

Шуға күрә эш хаҡы ла самалы ғына. Бүтән берәй ерҙә эшләһәк, күптән аяҡ һуҙған булыр инек.
Бөтә коллектив менән был ашхананы ташлап китергә торғанда, һис уйламағанда бәхет ҡояшы асылды. Беҙгә яңы мөдир тәғәйенләнеләр. Ул килеү менән эштәр яйға һалынды. Беҙ аш-һыуҙың ассортиментын тулыһынса үҙгәрттек һәм сифатын ҡырҡа яҡшырттыҡ. Ашхананың төшөмө лә бермә-бер артты, сөнки яңы продукцияға законлы рәүештә юғары хаҡ ҡуйылды.
Беҙҙә хәҙер һалҡын сәйҙең эҙе лә юҡ. Уның урынына менюға һыуытылған сәй керетелде. Ул ике тапҡыр ҡиммәтерәк тора. Итһеҙ билмән урынына диетик билмән бешерә башланыҡ. Ул саф ҡамырҙан ғына әҙерләнә. Клиенттәрҙең асыуын килтергән ҡайнар компот хәҙер ҡыҙҙырылған компот тип атала. Бындай эсемлекте тәмләп ҡарағанығыҙ юҡтыр әле!
Беҙҙең ашханаға рәхим итегеҙ!