+28 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
2 Июль 2025, 05:55

Еҙнәм миңә ғашиҡ булған...

"Ике туған апайымдарға йыш барып йөрөнөм, балаларын ҡараша инем. Бер тапҡыр еҙнәм миңә: "Мин һиңә ғашиҡ булдым!" - тип әйтмәһенме! Нимә тәҡдим иткәнен үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ... Әлбиттә, мин "Юҡ!" - тинем һәм уларға йөрөүемде һирәгәйттем. Шулай ҙа, бел килеүемдә, еҙнә үҙе генә өйҙә булған.

Еҙнәм миңә ғашиҡ булған...Еҙнәм миңә ғашиҡ булған...
Еҙнәм миңә ғашиҡ булған...

Ишек төбөнән үтеп тә өлгөрмәнем, ул мине ҡыҫып ҡосаҡлап, йоҡо бүлмәһенә алып кереп түгел. Унан нисек ысҡынып ҡасҡанымды иҫләмәйем, хатта бер ҡабырғам һынған... Был хәлде апайыма һөйләргә тура килде, әммә ул ышанманы. "Ялған һүҙ һөйләп йөрөмә!"- тип, ҡыуып сығарҙы. Был ваҡиғаға биш йыл үтте инде, шул ғүмер мин сит ҡалала йәшәйем. Биш йыл апайымды һәм һеңлеләремде күргәнем юҡ... Бик ауыр кисерәм, йөрәгем әрней. Ни өсөн?.. Шул ирҙең күңелен күрмәгән өсөнмө? Ирҙәргә ышанысым юҡ, уларҙы урап үтәм. Мин ғәйепле булып сыҡтыммы?"

Автор:
Читайте нас