+28 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
3 Июль 2025, 06:15

Марат Шәйбәковҡа ни булған?

Бер нисә көн хәбәре булмаған йырсыны тамашасылары юғалтҡан. Ул “Бәйләнештә” селтәрендә элемтәгә сығып, үҙенең ҡайҙа икәнен һөйләгән. “Хәйерле көн, дуҫтар, телефонымды ҡабыҙғайным, меңләгән хат килгән. “Ҡайҙа юғалдың? Нимә булды?” Һәр берегеҙгә айырым яуап биреп булмай... Сентябрь-ғинуар айҙарында стент ҡуйҙыртҡайным, улары тығылған”, – ти Марат.

Марат Шәйбәковҡа ни булған?Марат Шәйбәковҡа ни булған?
Марат Шәйбәковҡа ни булған?

Күкрәк ситлеген ярып, аяғындағы ҡан тамырҙарын киҫеп алып, йөрәгенә ҡуйғандар.  “Шундай ауыр операция кисерҙем, ғаиләм хаҡына Аллаһ ярҙамынан ташламаны. Табиптарға ҙур рәхмәт! Наркоздан бик ауыр сыҡтым. Бер егет: “Дышите, дышите, я в вас верю!” – тигәне әле лә ҡолаҡта. Тын алыуҙары шул тиклем ҡыйын. Шәфҡәт туташы шприц менән бер тамсы һыу тамыҙҙы... Ул һыуҙың тәмлелеген белһәгеҙ, 51 йәшемә етеп ундай тәмле һыу эскәнем юҡ ине. Иҫән-һау булайыҡ, таҙа булайыҡ. Әйтәләр бит, әҙәм балаһы ауырлыҡҡа сыҙай, рәхәтлеккә сыҙай алмай тип. Шуға күрә аралашып, шатланып йәшәйек, илдәребеҙ тыныс булһын! Шуны ла әйтеп ҡуям, күкрәгегеҙ яна башлай икән, һуңынан ҡыҫып-ҡыҫып ала икән... Бөтөр, үтер, тип ятмағыҙ. Үтмәй ҙә, бөтмәй ҙә. Ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ. Шундай хәлдәр миндә, ауыртыуға түҙ генә! Иҫән-һау булайыҡ!, - тип сәләм биргән ул үҙенең сәхифәһендә.

Фото: https://kiziltan.ru/

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас