+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
3 Июль 2025, 09:50

ВӘТ, ҠӘБӘХӘТ!

Автобуста китеп барам. Янымда таянғысҡа то­тоноп, бер ир баҫҡан. Кисәгенән айнып та ет­мәгән, йоҡоһо ла туймаған, ахыры, күҙҙәре йомоҡ. Эргәбеҙҙәге ике ҡатын ирҙәренән зар­лана: тегеләй ҙә былайҙар, айныҡ көндәре юҡ, өйгә ҡайтмайҙар.

ВӘТ, ҠӘБӘХӘТ!ВӘТ, ҠӘБӘХӘТ!
ВӘТ, ҠӘБӘХӘТ!

– Бер көндө юллап сығып киттем, – ти береһе. – Эҙләп таптым. Күмәкләшеп төшөрөп ултыралар. Барыһын да ҡыуып ебәрҙем. Иремдең ке­ҫәһенән тапҡан яртыны асыуымдан бәреп ваттым.
Быға тиклем тауыш-тынһыҙ килгән иргә йән инде, башын күтәрҙе лә үкенесле тауыш менән:
– Вәт, ҡәбәхәт! – тине лә яңынан күҙҙәрен йомдо.
Ә. НУРИСЛАМОВА.

Автор:
Читайте нас