+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
21 Июль 2025, 07:20

Иңкеш саҡҡандан һуң инфаркт кисергән

32 йәшлек ҡатынды республика клиник дауаханаһына тәненә тимгелдәр сығыу, күҙ ҡабаҡтары шешенеү һәм һауа етмәүгә зарланыуҙар менән килтергәндәр. Һуңыраҡ  асыҡланыуынса, ҡатындың ҡулын иңкеш саҡҡан булған икән, һөҙөмтәлә көслө аллергик реакция барлыҡҡа килгән 4 сәғәт эсендә уның хәле насарайған, күкрәгендә ҡаты ауыртыуҙар барлыҡҡа килгән.

Иңкеш саҡҡандан һуң инфаркт кисергәнИңкеш саҡҡандан һуң инфаркт кисергән
Иңкеш саҡҡандан һуң инфаркт кисергән

“Ашығыс ярҙам” табиптары уны йәшәү урыны буйынса үҙәк дауаханаға килтергән, белгестәр ЭКГ процедураһында үҙгәрештәр булыуын асыҡлаған. Киҫкен коронар синдромға шик менән бәйле рәүештә район дауаханаһы табиптары Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы кардиологтары менән элемтәгә кергән. Белгестәр ауырыу ҡатынға коронография үткәреү һәм бәлки, стент ҡуйыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн транспортировкалау хаҡында һөйләшкәндәр.

“Ашығыс рәүештә ҡатынға операция яһалды, һөҙөмтәлә операциянан һуң ҡатынды йөрәк өлкәһендәге ауыртыуҙар борсомай башланы, хәле яҡшыры. Өҫтәмә рәүештә аллерголог тарафынан консултациялар үткәрелде”, – тип һөйләне республика дауаханаһының баш табибы Морат Авзалов.

Бөгөнгө көндә ҡатындың хәле яҡшырып, өйөнә ҡайтҡан.

Баш табип һөйләүенсә, был осраҡтың үҙенсәлеге шунда: инфаркттың сәбәбе булып Коунис синдромы тора (ауыр аллергик реакция ацетилхолин бүленеп сығарыуҙы килтереп сығара), был коронар артериялар спазмына сәбәп була. Был йөрәкте ҡан менән тәьмин итеүҙең етди боҙолоуына килтерә.

Был клиник осраҡ аллергик реакциялары булған һәр кем  аллергендар менән осрашҡанда  иғтибарлы һәм һаҡ булырға тейеш икәнлекте иҫкә төшөрә. Өй дарыуханаһында антигистамин препараттарын яңыртыу тураһында онотмаҫҡа кәрәклеген иҫкәртә.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас