+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
23 Июль 2025, 09:25

Бына һиңә ен!

Ялға ағайым ҡаланан ҡайтҡан ине. Һуң булһа ла мунса яғып ебәрҙек. Ғаилә ҙур булғас, мунсаға сират. Ағайым мунсаны көтөп тормай,ҡайтҡас инермен тип, клубҡа сығып йөрөп килергә булды. Өләсәйем, төндә мунса инмәйҙәр, шайтан килә, тип һуҡранып ҡалды. Ағайым уға иғтибар итмәй, йылмайып ҡына ҡуйҙы.

Бына һиңә ен!Бына һиңә ен!
Бына һиңә ен!

Беҙ мунса төшөп бөттөк, һуң булып китте. Йоҡларға ятышып ҡына бөткәйнек, күпмелер ваҡыттан ағайым ҡайтып инде. Ашыҡмай ғына, төн уртаһы үтеүенә ҡарамай мунсаға китте. Күп тә үтмәй, ялп итеп йүгереп ҡайтып та килде. Үҙенең күҙе тупайған, йөҙө ап-аҡ булған. Нимә булған, тибеҙ.
- Унда кемдер бар. Ишекте асып, әкрен генә сисенә башлағайным, ләүкәлә ап-аҡ һабын күбегендә батып ултырған берәү: Ишекте яп, һыуытаһың, тине. Инеп тормай сығып ҡастым.
- Кит, уйлап сығарып торма, тип апайым менән көләбеҙ.
Шул ваҡыт тауышҡа уянып сыҡҡан өләсәйем: Әйттем бит, төндә йөрөмә, тип. Әстәғәфирулла, ендәрҙең һөйләшкәнен беренсе ишетәм,ти.
Бер кем дә ҡабат мунсаны тикшереп барырға йөрьәт итмәне.
Икенсе көн иртән һыйыр һауырға сыҡҡан әсәйем, мунсанан сығып килгән күршене тап иткән. Баҡтиһәң, иҫерек ҡайтҡан ирен күрше ҡатын ҡыуып сығарғас, беҙҙең мунсаға инеп йыуынған һәм ятып йоҡлаған икән. Бына һиңә ен!

СӘЙЕР ДОНЪЯ

Автор:
Читайте нас