

Башҡортостан прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса һуңғы йыл эсендә республикала 24 коррупционерҙы эштән ҡыуғандар. Ай-һай, беҙҙә коррупция менән шөғөлләнеүселәр шулай әҙ булыуына шикләнәм. Һәр беребеҙ коррупционер түгелме икән? Бына иртән теш врачына барғайным. Ун биш минут теште яманы ла, ун мең һумды шапылдатып кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
– Касса аша үткәрһәк, 12 мең булыр ине, – һеҙгә лә файҙа, – тип ыржая әле үҙе.
Поликлиниканан ҡайтышлай, оло юлға сыҡҡас, бер ГАИ хеҙмәткәренә 5 мең төртөп киттем. Абайламайынса ике һыҙыҡ булған урындан боролғанмын икән, протокол төҙөһә язаһы ҙурыраҡ булыр ине. Мәктәптә уҡытыусыларға, эштә түрәләргә биргәндәрҙе иҫәпләй башлаһа-а-ң!
Шуға күрә теге эшҡыуарҙың аптырауын аңлайым. Бөтә донъя урлаша, майлай, ялай – ул ғына язаһын күрә! Тик бына тормошобоҙ нишләптер алға бармай – мин шуныһын аңламайым!
Мәргән АПТЫРАҠОВ.