+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
24 Июль 2025, 10:16

ТӘРБИӘЛЕ БУРҘАР

– Ишғәле, беҙҙең чиновниктар бик тәрбиәле икән.– Ҡушғәле, әйттең һүҙ. Халыҡ мәнфәғәте һағында тороусылар тап шундай булырға тейеш тә. – Шулайын шулай ҙа. Ҡайһы бер түрәләрҙең миллиардлап урлашыуы хаҡында көн һайын булмаһа ла аҙнаға бер ишетәбеҙ бит. Ана, генералдар, министрҙар, блогерҙар һис тартынмай, беҙ ғүмер буйы эшләп ала алмаған аҡсаны “һә” тигәнсе кеҫәләренә һалып ҡуялар.

ТӘРБИӘЛЕ БУРҘАРТӘРБИӘЛЕ БУРҘАР
ТӘРБИӘЛЕ БУРҘАР

– Ә һин әҙәпле, оялсан бурҙарҙы ла беләһеңме?
– Ундайҙар ҙа бар икән шул. Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса Дәүләт комитетында бер түгел өс белгес тап шундай булып сыҡҡан. Улар төҙөлгән биналарҙы ҡабул итә, уларҙы файҙаланырға рөхсәт бирә бит инде. Беләһеңме, шул изгелектәре өсөн улар эшҡыуарҙарҙан ни бары 50 меңдән 2,5 миллион һумға тиклем генә ришүәт алған. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары уларға ҡарата енәйәт эше асҡан.
– Ҡара һин уны, бүтән яҡтарҙағы һымаҡ миллиардлап урлашмағандар, миллионлап ҡына алғандар. Иң әҙәпле бурҙар үҙебеҙҙә икән!

Кәкре БӨКРИЕВ.

Автор:
Читайте нас