+28 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
29 Июль 2025, 05:55

ҠАЛА ТЕЛЕ

(Марат КӘРИМОВ саң ҡаға) Ғалимдарҙы әйтәм, ҡаланы урыҫ теле баҫып алып бара, тип яр һалалар. Зарланып ҡына нимә үҙгәртәһең. Кешеләргә туған телдәренең матурлығын әйтеп, иҫтәренә төшөрөп торорға кәрәк. Бына мин үҙем, мәҫәлән, шулай итәм. Әле трамвайҙа килгәндә лә шулай иттем. Шуны һөйләйем әле. Күрәм, янымда ғына ике ир һөйләшеп тора.– Ҡайҙа ҡарама, мафия, коррупция, рэкетирҙар, – ти береһе.– Ни говори, – ти икенсеһе. – Тамам капиталистик окружениела ҡалдыҡ, – ти. Окружение тигәс, тирә-яғына ҡарап алды. Мине күрҙе лә, иптәшенә бышылданы: – Портфелеңде нығыраҡ держать ит, бынау ҡатындың күҙҙәре играть итеп тора, кабы сәлдереп ҡуймаһын.

ҠАЛА ТЕЛЕҠАЛА ТЕЛЕ
ҠАЛА ТЕЛЕ

Тегеләргә үлтереп бер ҡараным да, нисек итеп әйтәйем икән, задым менән боролдом теге хәстрүштәргә.
Был яғымда ла ике ир.
– Не знаешь, Чечняла война ҡасан бөтөр икән? – ти береһе.
– Когда Кавказ тауын ер менән сравнять итәләр, шунда туҡтай, – ти икенсеһе.
Тапҡандар һөйләшер һүҙ – политика. Быларға ла задым менән боролдом. Был яғымда ике ҡарсыҡ. Үҙҙәре һағыҙ сәйнәй.
– Слыхать иттеңме әле, – ти йәшерәге. – Был неделяла продукттарға хаҡтар тағы ла подниматься иткән.
– Маслоға ламы?
– Маслоға ла, колбасаға ла, мясоға ла подниматься иткән.
– Ә жвачкаға?
– Юҡ, жвачкаға подниматься итмәгән.
– Иншалла. Ас ҡалмайбыҙ икән, былай булғас, – тип шатлана ҡарсыҡ. – Есть что жевать. Пенсиям уға ғына хватит.
Әҙәм рәтһеҙ разговорҙары менән тамам асыуға тейҙеләр былар – ирҙәре лә, ҡарсыҡтары ла.
– Мосолмандармы һеҙ, әллә урыҫтармы? – тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Мосолмандар, саф мосолмандар, башҡорттар, татарҙар.
– Улайһа, родной языкта разговаривать итә алмайһығыҙмы ни, Алла бәндәләре? Ни бысағыма ике языкты бутапмы-бутайһығыҙ? Тыңлап барыу противно, – мин әйтәм. – Ана, Туҡай тел тураһында ниндәй шәп стих сочинять иткән.
Көйләп-йырлап күрһәттем теге­ләргә:
И родной тел, и красивый тел,
Папам, мамамдың теле,
Донъяла күп чего узнала
Шул родной тел арҡылы.
Миңә башҡалар ҙа ҡушылды. Бөтә трамвай менән йырлайбыҙ.
– Молодцы, – тим. – Родной телде боҙоу – грех. Правильномы?
Пассажирҙарҙың бөтәһе лә мосолмандар икән, шаулаша башланылар:
– Правильно әйтәһең. Үҙебеҙ белеү генә мало, уны внуктарға ла өйрәтергә кәрәк.
Бая мине карманный вор тигән хәстрүштәр ҙә, политикаға тығылған ирҙәр ҙә родной телде яҡлап һүҙ һөйләй башланылар. Һөйләшеүҙе шоферҙың репродуктор аша белдергән объявлениеһы туҡтатты:
– “Центр” остановкаһы. Проверкаға билеттарығыҙҙы приготовлять итегеҙ. Развернутый хәлдә.
Мин төшөп ҡалаһы остановка ине был. Тәрбиәле кеше булараҡ, туҡталып, водителгә рәхмәтемде белдерҙем:
– Прекрасно алып килдегеҙ. Спасибо-рәхмәт!
Водитель дә культурный кеше икән, рәхмәтемде яуапһыҙ ҡалдырманы:
– Ниңә туҡтап ҡалдың, корова? Пассажирҙарҙы задерживать итәһең, – тине лә подножканан тибеп төшөрҙө.
Һөрлөгөп барып төшһәм дә, кәйефем күтәренке ине. Тороп өҫ-башымды ҡаҡтым да үҙ-үҙемә:
– Ҡаланы урыҫ теле баҫҡан тиеүҙәре бер ҙә правильно түгел инде. Ана күпме кеше разговаривает родной телдә, – тип ҡуйҙым. – Үҙебеҙҙең ҡала теленә ни етә!..

1997 йыл.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас