

Ҡыҙҙың атаһы вафат булған. Ул буш торған ата-әсәһенең йортона ҡайтып, өйҙәрен йыйыштырып, кәрәкмәгән әйберҙәрен йыйып, сүплеккә ташлай. Ғаиләһе менән Мәскәү өлкәһенә күсенеп китергә хыялланған ир, ғүмер буйы аҡса йыя. Тик атаһының тупланған байлығын ҡыҙ банк иҫәптәрендә лә, йортта ла таба алмай. Тиҙҙән ҡыҙға күршеләре сүплектә ҙур сумма табып, байығандар тигән имеш-мимештәр килеп етә. Аҡса хужаһы улар менән һөйләшеп ҡарамаҡсы була, тик тегеләр ишетергә лә теләмәй. Шунан һуң ул полицияға мөрәжәғәт итә. Оперативниктар асыҡлауынса, күршеләр сүплектә он ҡапсығында алты миллион һум тапҡан. Аҡсаның бер өлөшөнә рәхәтләнеп ашап-эсеп, саунаға йөрөп, көн күргән, ә ҡалған өлөшөн үҫмерҙәр урлаған тип белдерә. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, улар үҙенә яңы йорт һатып алырға ла өлгөргән икән...
Фото: https://www.kp.ru/