+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
1 Август 2025, 05:40

Хәүефле емештәр

Һатыуҙа еләк-емештең күплеге-е-е! Барыһын ла ашап, тәмләп ҡарайһы килә бит әле. Айырыуса, йылы яҡтарҙан килгәндәрен. Тик бына кәйефте ҡырған осраҡтары ла булғылай – Үзбәкстандан беҙгә һоро монилиаз сереү килтереп сығарыусы Monilinia fructicola менән 30 тонна еләк-емеш партияһы килтерелгән.

Хәүефле емештәрХәүефле емештәр
Хәүефле емештәр

Лаборатор һынауҙар өсөн сливалар Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре тарафынан һайлап алына. Тикшереүҙе һынау лабораторияһында үткәргәндәр. Белгестәр энтомологик һәм экспертизалар һәм микологик тикшеренеүҙәр яһай. Шул рәүешле ауырыуҙы тыуҙырыусыны асыҡлағандар, тиҙәр ведомство матбуғат хеҙмәтендә. Бынан алда республикаға Үзбәкстандан килтерелгән дөйөм ауырлығы 19 тоннанан ашыу булған ике партияла калифорния ҡалҡаны табылған булған.

Фото: башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас