

2023 йылдың декабренән 2024 йылдың апреленә тиклем ҡатын ойошҡан төркөм составында, уға тағы ла ике енәйәтсе ингән, мутлыҡ ҡылған. Эпилепсиянан яфаланған һәм алкоголле эсемлектәр менән мауығып йөрөгән танышы менән аралашыу ойоштора. Ирҙең милкендә Нефтекамала 2,9 миллион һумлыҡ фатирҙың 5/6 өлөшө була. Былар уны алдап-йолдап, икенсе торлаҡҡа күсерә. Ә енәйәтсе ҡатын уның менән даими бергә йәшәп, ирҙе алкоголь менән тәьмин итә һәм туғандары менән аралашыуҙы тыя. Бахырҙы күсемһеҙ милек объектын дөйөм ятаҡтағы бүлмәгә файҙалы алмаштырыу һәм аҡса рәүешендә өҫтәмә түләү һылтауы менән ышандыра һәм законһыҙ рәүештә фатирҙағы өлөшкә милек хоҡуғын һатып ала.
Зыян күреүсегә айырыуса ҙур күләмдә матди зыян килтерелә, ул йәшәгән фатирындағы хоҡуғынан мәхрүм ителә. Былтыр май айында ир вафат булған.
Енәйәт эше Нефтекама ҡала судына ебәреләсәк. Енәйәттә ҡатнашыусыларға ҡарата материалдар айырым производствоға бүленә.
Фото: башинформ