+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
12 Август 2025, 10:20

Михнәтле сәйәхәт

— Ишғәле, Башҡортостанда туризмды үҫтерергә ныҡлап тотонғандар бит, ишеттеңме?— Дөрөҫ эшләйҙәр, ҡайһы бер илдәр туристар иҫәбенә йәшәй бит хәҙер. Ә Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес – туристар өсөн ожмах.— Шулайын шулай. Беҙ үткән ялда Ғәҙелша шарлауығына барғайныҡ. Шарлауыҡ үҙе иҫ киткес матур, бейектән шаулап таштарға төшкән һыу ағымын күреп туймаҫһың. Ә бына уға барып еткәнсе ете ҡат тирең сыға. Ямғырҙан һуң ҡуҙғалғас, юл үтерлек түгел, автобус водителе артабан барыуҙан баш тартты.

Михнәтле сәйәхәтМихнәтле сәйәхәт
Михнәтле сәйәхәт

Ете саҡрымдай араны йәйәүләп үттек, унан бейек тауҙы штурмланыҡ. Еүеш таштар буйлап текә һуҡмаҡтан өҫкә үрмәләгәндә белгән доғаларҙы уҡыйһың – аҫҡа ҡарауы ла ҡурҡыныс. Төшкәндә лә шул уҡ хәл. Һуңынан әлеге ете саҡрым арып-талған кешегә етмештәй күренә.
— Бәй, һине кем мәжбүр иткән унда барырға, үҙең һайлаған сәфәр!
— Шулайын шулай ҙа. Тик бына сервистары үҙенсәлекле: шарла­уыҡҡа юл күрһәтеүсе билдәләр ҡуйырға онотҡандар, аҙа­шырға мөмкин; ҡапҡылап алыр урыны ла юҡ, бәҙрәф-фәлән дә күренмәй, урман ҙур, тип уйлағандарҙыр инде. Бер күҙ менән айыу килеп сыҡмаҫмы, тип дер ҡалтырап тирә-яҡты күҙәтәһең, икенсеһе менән дәгәнәк япрағы эҙләйһең. Романтика!
— Ысынлап та, Башҡортостандағы күп кенә һоҡланғыс урындарҙа сервистың “с” хәрефе лә юҡ шул, туризмды үҫтерергә йыйыналар ғына. Дәгәнәк япрағы менән йыраҡ­ҡа китеп булмай. Бына һиңә кәрәк булһа – ишетмәһәң – ишет!

Кәкре БӨКРИЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас