

Бөгөн дә татлы йоҡомдо бүлеп, таң менән әллә кем шылтырата. Һүндерҙем дә кире ойоп ҡына бара инем, йәнә телефон зыңғырлай. Күҙҙәремде саҡ асып, быны “ҡара исемлеккә” кереттем. Юҡ! Был мутлашыусы үтә ныҡыш булып сыҡты. Шунда уҡ социаль селтәр аша шылтыратырға тотондо. Бер һүндерҙем, ике һүндерҙем... Бәйләнде бит! Уйланым-уйланым да телефонды алырға булдым. Бәлки, берәй танышым, йә туғанымдыр? Йә, бер-бер хәл булғандыр, шуға ят телефондан шылтыраталыр?
— Алло, — тием йоҡо аралаш.
— Йәмилә Сабитовна, — ти ир тауышы. — Был һеҙҙең начальник. Ниңә һаман эш урынында түгелһегеҙ?
— Эй! Иҫәрмен дә инде! — тинем уфтанып. — Берәй нәмә булғандыр тип ҡурҡып ятам! Ә был йәнә бер мутлашыусы... Тфү! Хәҙер эш хаҡы күсерәм, тип картамдың номерын, арттағы өс һанын һорап аласаҡтар...
Шунда уҡ телефонымды һүндерҙем дә кире татлы йоҡоға талдым. Битһеҙ мутлашыусылар нимә генә уйлап тапмай...
А. СӘЛӘХОВА.