

Шағир, тәржемәсе, "Истоки" гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов менән ана шулай танышып киттек. Ул миңә тәҡдим иткән романын Мәскәүҙә сығарған һәм шул китабы менән уны Рәсәй, Мәскәү Яҙыусылар союздарына алғандар. Уставҡа ярашлы Рәсәйҙә алынғас, беҙ уны үҙебеҙҙә лә кооптировать итеп алдыҡ. Ә романға килгәндә, унда һүҙ авторҙың нисек итеп бер ҡыҙ менән Иҫәнғолдан Өфөгә автобуста килеүе хаҡында.
Теге саҡта кабинеттың яртыһын тултырған Айҙарҙы Өфө урамында күреп ҡалһам, ул шундуҡ Өфөнөң дә яртыһын тултырып йөрөгән "атлы башҡорт полкы"н хәтерләтә. Кисә лә осраштыҡ уның менән, тик был юлы автобус эсендә. Фотоға ла төштөк.
Фото: https://www.bashinform.ru/news/