+28 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
2 Сентябрь 2025, 14:05

Дура булмағыҙ!

Шундай бер хәл булды. Күптән осрашмаган классташыбыҙ килде осрашыуга. Һылыу матур ҡатын. Барыбер ситтә йәшәгәндәр, ҡаланыҡылар ауылдыҡыларҙан айырыла инде. Беҙгә ҡарағанда йәшерәк, һылыуыраҡ, һимермәгән дә беҙҙең кеүек. Шул бер партала ултырып, мәктәптән һуң бер йыл тирәһе осрашып йөрөгән классташыбыҙ менән күреште. Китте быларҙың, китте. Тотоп алырлык түгел ине.

Дура булмағыҙ!Дура булмағыҙ!
Дура булмағыҙ!

Теге ҡатын ауылға яңғыҙы ҡайтҡан, ә ирҙең янында үҙенеке ултыра. Әммә аҡылдан шашҡан шикелле ҡыландылар инде. Был бисә барыһын аптыратып, ауылда ошо классташ менән ҡалырға булды. Өс ай йәшәнеләр. Тегенеһе унан тиҙ ҡасты. Йә, бешерә белмәй, өйҙә бардак, ундай бисә буламы тип. Ярай әле, үҙен ҡатыны кире индерҙе. Ә быныһын ире кире алманы, үҙенә икенсе ҡатын табып, рәхәтләнеп йәшәне лә китте. Бер ҡыҙҙары бар ине, уныһы ла әсәһен ғәфү итмәне. Янғыҙ, алама ғына әйҙә йәшәне ауылда. Һуңынан эскегә бирелеп китте. Барып барып әрләп тә ҡараныҡ юҡ булманы. Һылыу ханымдан ярты йыл эсендә бомжға әйләнде. Бер йыл була инде үлеп ҡалғанына, тыныс ятһын. Ире менән ҡыҙы ерләргә лә килмәне. Аҡыллығыҙҙы юймағыҙ, ҡатын-ҡыҙҙар! Мәктәптәге үткән-бөткән, иҫләп кенә тик йөрөгөҙ!

Анон.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас