+28 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
18 Сентябрь 2025, 08:00

Донъя был, тиер берәүҙәр...

Беҙ бәләкәй саҡта, 69-сы йыл булды микән, билдәһеҙ әҙәмдәр Һыу урамы менән Кәзә урамы сатындағы магазинды талап сыҡтылар. Көҙ ине. Быҫҡаҡлап ҡына яуған ямғырға, магазинды талағандар тигән хәбәр ҙә ҡушылғас, шом икеләтә көсәйеп киткәндәй булды. Күп тә алмағандар шикелле үҙҙәре: бер йәшник араҡы, бер-ике коробка берәмник менән кәмфит булды ахырыһы һелтәгән нәмәләре.

Донъя был, тиер берәүҙәр...Донъя был, тиер берәүҙәр...
Донъя был, тиер берәүҙәр...

Эт эйәртеп килгән милисиәләр уғырыларҙың эҙенә төшә алманылар. Ямғыр яуғас, эҙ юғалған, тинеләр шул тирәлә уралышып йөрөгән олораҡ абзыйҙар. Белгәнерәктәр, бурҙар зыярат аша киткәндәр, тип тә өҫтәнеләр. Зыяратҡа керһәң, эҙ юғала икән, йәнәһе. Һәр хәлдә, эт еҫте юғалта, имеш.

Ауыл тарихында олоһон да, кесеһен дә тетрәндергән шаулы бер ваҡиға булғайны ул. Хәҙер, ана, миллиардлап урлайҙар, кешенең иҫе лә китмәй. Уғырылыҡ ҡәҙимге бер ябай ваҡиғаға әйләнде.

Иң ғәжәпләндергәне, дәүләт мөлкәтен миллиардлап урлаған бәндәләргә язаны кәзә түшкәһе урлаған кешегә ҡарағанда ла еңелерәк бирәләр.

Донъя был, тиер берәүҙәр. Миңә ҡалһа, ғибрәт был.

 

С. РАХМАНҒОЛОВ.

https://vk.com/id201919463?from=search

Автор:
Читайте нас