

– Хәтерем яңылышмаһа, элек почтаға гәзит-журналға яҙылырға, уны һатып алырға йөрөйҙәр ине түгелме һуң? Уны супермаркетҡа әйләндергәс эштәре гөрләйҙер шул.
– Аҡсалары хәтәр күп, ти. “Рәсәй почтаһы” етәксеһе Дмитрий Страшновтың йыллыҡ премияһы 95 миллион һум булғайны әүәлерәк, хәтерләйһеңдер әле.
– Бәй, әйҙә беҙ ҙә почтаға эшкә урынлашайыҡ, хәтәр бай ойошма икән дә.
– Ҡабаланма, бөтә ил буйлап, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, почта бүлексәләре юҡҡа ябыла тиһеңме? Страшнов заманында, шәп йәшәйәсәкбеҙ, тигән дә ул, тик 300 меңдән ашыу Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәрен түгел, үҙен күҙ уңында тотҡан. Ә ябай хат ташыусыларҙың күбеһенең айлыҡ эш хаҡы алты-ете мең һум самаһы ғына. Уларҙы ярты, хатта унан да кәмерәк ставкаға ултыртҡандар. Йәнәһе, тулы көн эшләмәйҙәр, аҙнаһына ике тапҡыр гәзит-журнал таратҡан өсөн шуныһы ла еткән. Өфөлә ошо арала ғына Сәғит Агиш, Даян Мурзин урамдарындағы почта бүлексәләре ябылды. Райондарҙа хат ташыусылар һаны ҡырҡа кәмене. Республикала почтампттар һанын да ҡыҫҡартырға итәләр – аҡса һәм кадрҙар юҡ, тиҙәр.
– Етәкселәргә премиялыҡ аҡса йыялармы икән? Әллә был ойошманы бөтөнләй юҡҡа сығарырға итәләрме? Әйҙә, тиҙерәк почтаға барып, сысҡан ағыуы менән эт аҙығы алып ҡалайыҡ!
– Шуларҙы почтала һаталар тиген әй! Ишетмәһәң – ишет! Ниндәй заманда йәшәйбеҙ!
Ғәҙелйән АПТЫРАҠОВ.