+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
23 Сентябрь 2025, 10:10

Димсе һөйләгәндәрҙән

Димселек һәләтем барлығын белеп, бер көнө 60 йәштәрҙәге ир-уҙаманы миңә шылтыратты ла үҙенә хәләл ефете эҙләүен әйтеп, таныштырыуымды һораны. Шуға үҙе хаҡында мәғлүмәт һораштым, буласаҡ ҡатыны ниндәй булырға тейешлеген һоарным. Теге: “Миңә медик кәрәк”, — тине. Мин аптыранҡырап ҡалдым. — Ә ниңә нәҡ медик кәрәк? Әллә ауырыйһығыҙмы? — тип һораным.

Димсе һөйләгәндәрҙәнДимсе һөйләгәндәрҙән
Димсе һөйләгәндәрҙән

— Юҡ, ауырымайым, — ти.— Беҙҙә ауылда медпункт бар, тик медик юҡ. Шунда эшләһә, ауылға килгән өсөн хөкүмәттән аҡса бирәләр, өҫтәүенә эш хаҡы була.

Был яуапты ишетеп шаҡ ҡаттым.

— Үҙегеҙ ҡайҙа эшләһегеҙ һуң?—тим.

Ҡатын эҙләүсе эшләмәй булып сыҡты. Мал ҡарап, баҡса үҫтереп йәшәй.

— Һуң, — мин әйтәм, — һеҙҙең йәшегеҙгә песионерка ғына тура килә. Ул һеҙгә сыҡһа ла эшләмәҫ ул, йәштәр һеҙгә сыҡмаҫ.

— Хәҙер бит пенсияла булһаң да эшләргә була. Бәлки, эшләр, — ти.

Бына шундай ирҙәр бар хәҙер. Ҡатын түгел, аҡса көҫәйҙәр. Үәт, замана.

Автор:
Читайте нас