+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
23 Сентябрь 2025, 09:40

...Ҡомһоҙҙоң ҡолағына

— Миңә йәшәргә күп ҡалманы инде, һеңлем, — тине күршелә торған инәй табын артында. — Ҡуйсы, улай тимә, Фатима инәй, — тип йыуатам. — Һин бирешерлек түгелһең!— Инде һикһәндән уҙҙым бит. Йәшәлгәне йәшәлде, ашалғаны ашалды, — тип уфтанды. — Үҙеңде улай насарға көйләмә, Фатима инәй!

...Ҡомһоҙҙоң ҡолағына...Ҡомһоҙҙоң ҡолағына
...Ҡомһоҙҙоң ҡолағына

— Ю-у-уҡ, һеңлем. Тыуым булғас, үлем дә була. Мин бит белеп һөйләйем, күп ҡалманы миңә. Ғүмер буйы туплаған донъям ғына йәл. Һиңә ҡалаҡ-сәнскеләр кәрәкмәйме? Ҡунаҡ саҡырһаң, күршеләрҙән һоранаһың да йөрөйһөң атыу, — тип бер тоҡсай аш ҡалаҡтары, балғалаҡтары, сәнскеләр тотторҙо.
“Ал да ал, миңә инде кәрәкмәй”, — тип ныҡышҡас, алып ҡалдым. Инәйҙең үҙен йәлләп тә, рәхмәт йөҙөнән дә, киске ашҡа ҡалдырҙым.
Икенсе аҙнала Фатима инәй таба-кәстрүлдәрен тотоп инде.
— Мин инде уларҙы күтәреп, тамаҡ бешерә алмайым, беләгемдең көсө юҡ. Яңғыҙ башыма ул тиклем ҙур кәстрүл дә кәрәкмәй. Был таба менән эрәхәтләнеп ҡоймаҡ ҡоя инем. Э-эй, ҡайҙа икән ул замандар... Ә, һиңә, күп балалыға, самай раз буласаҡ, ал инде, — тип иламһырағас, алып ҡалдым. Икенсе көнөнә үҙен: “Һинең табаңда ҡойҙом”, — тип ҡоймаҡ ашарға саҡырҙым.
Киләһе аҙнала йәнә Фатима инәй килде. Был юлы мунса тастарын, миңлектәрен алып килтергән.
— Хәҙер ҡан баҫымым юғары булғас, мунса ла төшә алмайым, кәрәге юҡ. Үлһәм, бынамын тигән миңлектәрем әрәм булыр, ал, зинһар, — тип юҡ-барға ҡарамай, ҡалдырып сыҡты. Хәҙер аҙна һайын үҙен мунсаға саҡырып алам.
Тағы бер аҙ ваҡыт үткәс, бер тоҡ кейем-һалым һөйрәп килеп инде.
— Һикһән бишкә етеп барам бит инде, үләм тиҙҙән. Ташларға килеп тороп йәлләйем! Иҙән йыуғысы итеп булһа ла тотон, үҙемдең ҡулымдан килмәҫ, — тип күҙ йәштәрен һөрткәс, кәрәкмәһә лә, йәлләп алып ҡалдым. “Үлһә ташлармын да ҡуйырмын”, — тип эстән уйлап ҡуйҙым. Фатима инәй осраған һайын үләм тип йөрөгәс, үҙем был хәбәргә ышанып бөттөм. Уныһы ла инде, көн һайын килеп йөрөгән кеше, күңелемә шом өҫтәп, бер ваҡыт бөтөнләй күренмәй башланы. “Әллә, ысынлап, гүр эйәһе булдымы?” — тип ҡурҡа-ҡурҡа ғына өйөнә барып индем. Ни күҙем менән күрәйем, Фатима инәй шаптырлатып өйөн йыуып йөрөй. Үлергә йыйынған кеше тимә, тулыланып киткән, йүгереп йөрөй, ҡулы артынан күҙ өлгөрмәй...
— Ыста, ниңә миңә әйтмәнең, таҙалашыр инем, — тип шелтәләп алдым.
— Әйберҙәрҙе күрше-күләнгә ташып бөткәйнем, өйҙөң саңы күренеп ҡалды. Шуны өсөнсө көн йыуам... Етмәһә, киләһе аҙнала һикһән биш тула бит. Үлмәнем дә ҡуйҙым, үткәрмәй булмаҫ. Уңайһыҙ булһа ла һорайым инде, теге һауыт-һабаны кире килтереп тор әле, кеше саҡырһам, тием...
Фатима инәй юбилейына тиклем кире өйҙән-өйгә йөрөп әйберҙәрен йыйып алды. Гөрләтеп тыуған көнөн үткәргәс, кире күрше-тирәгә әйберҙәрен ташырға тотондо:
— Һикһәнгә ҡарағанда, туҡһанға яҡыныраҡмын бит, үлһәм, ғүмер баҡый йыйған донъям йәл. Бынау мантаварканы әйтәм, тағы берҙе генә манты ашап алырмын тигәйнем, булмай инде, хәлем юҡ, үҙеңә ал да ҡуй... — тип миңә һөйләп ултыра әле бына.

А. Сәләхова.

Автор:
Читайте нас