Дүрт йыл дауамында ҡатын үҙенә эш хаҡы иҫәпләү, дуҫ ҡыҙы, туғандарының счетына аҡса күсереү тураһында реестрҙарға ялған мәғлүмәт индергән. Ул бының өсөн банк системаһына инеү электрон асҡыстарын һәм полиция бүлеге башлығы асҡысын ҡулланған. Урлашыу фактын республика Эске эштәр министрлығының шәхси именлек бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған. Элекке бухгалтер милкенә арест һалынған. Ҡатынды әлегә эшенән сығарғандар. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.
Сығанаҡ: gtrkrb.ru
Фото: ru.pinterest.com