+30 °С
Болотло
Ғәләмәт бит
28 Октябрь 2025, 08:25

Хәйерселәр генә бала таба икән

Дәүләт Думаһында тоталь хәйерселек рәсәйлерләрҙе күберәк бала табыуға этәреүсе сәбәп булырға мөмкин, тигәндәр.

Хәйерселәр генә бала таба икәнХәйерселәр генә бала таба икән
Хәйерселәр генә бала таба икән

Депутат Матвейчев раҫлауынса: “Халыҡ яҡшы йәшәгән һайын, аҙ бала таба”. Уның дәлиле – тыуыусылар һанының иң юғары дәрәжәлә ярлы илдәрҙә күҙәтелеүенә нигеҙләнгән, ә бай илдәрҙә ул, киреһенсә, иң түбән.

Әммә бындай фекер күп һорауҙар һәм бәхәстәр тыуҙыра. Сөнки тормоштоң сифаты һәм финанс тотороҡлолоғо ғәҙәттә ғаиләне планлаштырыу өсөн мөһим факторҙар булып һанала.  Етешлек һәм ҙур пособиелар балаларҙы тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ярҙам итә ала.

Фото: Pinterest

Автор:
Читайте нас