+22 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Ғәләмәт бит
1 Апрель , 08:00

Ялған документ күрһәткән

Өфөлә 18 йәшлек ҡыҙ мессенджер аша 70 мең һумға водитель таныҡлығы һатып алған. Уға ялған документты файҙаланғаны өсөн хөкөм ҡарары сығарыла.

Ялған документ күрһәткәнЯлған документ күрһәткән
Ялған документ күрһәткән

Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡыҙ «Телеграм» мессенджеры аша 70 мең һумға билдәһеҙ кешенән үҙ исеменә ялған водитель таныҡлығы һатып алған. Артабан, автомобиль менән идара итә. Ғәйепләнеүсене патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре туҡтата һәм ялған документ күрһәткәнен аңлап ҡала.

Суд ултырышында ул ғәйебен тулыһынса таный. Суд уға 6 айға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Автор:
Читайте нас