+3 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
9 Апреля , 08:05

Аферистарҙың яңы схемаһы

Ул ниҙән ғибәрәт? Ҡорбан ысын медицина учреждениеһы сайтына оҡшаш фишинг ресурсына һылтанма менән хәбәр ала, был хәбәрҙә, мәҫәлән, табибҡа план буйынса тикшеренеүгә йә иһә диспансеризация үтеүгә яҙылыуҙы һорайҙар.

Аферистарҙың яңы схемаһыАферистарҙың яңы схемаһы
Аферистарҙың яңы схемаһы

Эксперттар әйтеүенсә, төп маҡсат – артабан буласаҡ һөжүм өсөн мәғлүмәт йыйыу. Йыш ҡына схема стандарт сценарий буйынса үҫеш ала. Ҡорбанға шылтыратып, табибҡа яҙылыуҙы раҫлар өсөн СМС аша килгән ҡодты әйтеүҙе талап итәләр. Күп тә үтмәй ҡорбанға “хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре” шылтырата, улар иһә “һеҙ кодты мутлашыусыларға биргәнһегеҙ” тип янай башлай.

Аферистарҙың медицина ойошмалары менән бәйле схемаларының маҡсатлы аудиторияһы тәү сиратта – дауаханаларға йыш йөрөүсе өлкәндәр, шулай уҡ сәләмәтлек темаһына айырыуса иғтибарлы кешеләр тип илдәләй аналитиктар

Фото: uglich-online.ru

Автор:
Читайте нас