

Еңел машинаһын тикшергәндә, “Гроза” ҡушаматлы хеҙмәт эте менән кинолог йәшерен урынды асыҡлаған: унда дөйөм ауырлығы 18 килограммдан артыҡ наркотик һалынған тағы 33 төргәк булған. Өҫтәүенә, енәйәтсенең арендаға алған Красноярскиҙағы фатирында тағы ярты килограммлыҡ партия табылған. Конфискацияланған “мөлкәттең” ауырлығы 25 килограмм самаһы тәщкил итә.
Яҡташыбыҙ һаҡ аҫтына алынып, енәйәт эше ҡуҙғатылған.