+8 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Ғәләмәт бит
15 Апреля , 09:00

Кәрәге бар ине ирҙәрегеҙ

Арабыҙҙа яңғыҙ ҡатындар күп. Улар хаҡында ниндәй генә ғәйбәт һатмайҙар! “Ире үлгәс, рәхәтләнеп йәшәй” тигәнерәк һүҙҙәрҙе ишетеү миңә бик ауыр. Нишләп һеҙ, ирле ҡатындар, был ҡаза һеҙгә килмәҫ тип уйлайһығыҙ? Көндөҙ ауыҙ йырып йөрөп тә, төнөн мендәр ҡосаҡлап илап сыҡҡанын шул тол ҡатын үҙе генә белә. Яңғыҙ ҡатындар һеҙҙең иргә йәбешер тип уйлайһығыҙмы? Кәрәге бар ине сит ирҙәр! Үҙеңдекен ғүмер буйы һағынып йәшәйһең бит ул. Ә ниңәлер күптәр бөтә яңғыҙ ҡатындар ир эҙләп кенә йөрөй, тип уйлай.

Кәрәге бар ине ирҙәрегеҙКәрәге бар ине ирҙәрегеҙ
Кәрәге бар ине ирҙәрегеҙ

Мин дә үттем ул хәлдәрҙән. Ирем үлгәс, төнөн ишегемде уның иң яҡын дуҫы булып һаналғандар ҡаҡты. Барыһының да ғаиләһе бар, бынамын тигән ҡатындары. Беҙ – 4 ғаилә, оҙаҡ йылдар дуҫ булып йәшәнек. Шул өс ир ҙә төнлә килеп, ишегемдән керергә маташты! Тегеләрҙе “алыҫ”ҡа ебәрҙем дә башҡаса аралашманым. Һуңынан, уларҙан ситләшкәнгә, ҡатындары үпкәләп тә йөрөнә әле. Аҙаҡ береһе: “Беҙ һине һынап ҡарарға уйлағайныҡ”, – тигән булды, имеш. Бик рәнйенем. Бер аҙҙан теге өс ирҙең дә күп кенә проблемалары булды. Урынлы тип уйланым, сөнки асыуым һаман кәмемәй. Мин бит ирем үлгәс, улар миңә терәк булыр тип уйлағайным...

Фото: ruizdat.ru

Автор:
Читайте нас