+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Ғәләмәт бит
20 Апреля , 07:30

Юлбарыҫ тамаша залына һикергән

Ростав ҡалаһында булған инцидент социаль селтәрҙәргә тарала һәм массакүләм мәғлүмәт сараларына эләгә. Тамаша ваҡытында манеждың һаҡлағыс селтәре ҡолап төшә һәм ҡурҡып ҡалған хайуандарҙың береһе селтәр аша тамаша залына һикерә.

Юлбарыҫ тамаша залына һикергәнЮлбарыҫ тамаша залына һикергән
Юлбарыҫ тамаша залына һикергән

Паникаға бирелгән ҡайһы бер тамашасылар ҡаса башлай, ә кемдер урындарында ҡалып, балаларҙы яҡлай.

Йыртҡыс рәттәр араһында йүгерә. Тренерҙар был мәлдә тамашасыларға хайуандың уларға теймәүе тураһында хәбәр итә һәм урындарына ултырырға саҡыра. Уны тиҙ генә тотоп алалар. Хәбәр ителеүенсә, бер кем дә зыян күрмәгән. Цирк вәкилдәре әлегә комментарийҙарҙан тыйылған.

Фото: видеонан скриншот

Автор:
Читайте нас