

Яңы ҡатыны тураһында туғандарын ла белмәгән. Тәүге ҡатыны ғаилә башлығы аферистар ҡорбаны булғандыр тип шикләнә. “Сөнки яуға киткәнсе, ул бик ныҡ эсте, күҙенә теләһә-нәмә күренеүҙән дауалана ине. Дөрөҫөн әйткәндә хәл-торошо, холҡо ла бик шәптән булманы”, – тип һөйләгән ул.
2025 йылдың июнендә һуғышсының ҡыҙы хәрби комиссариаттан атаһының февралдә хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында белгән. Туғандары түләүҙәр алыу өсөн документтар тапшыра башлаған, әммә ведомствола аҡсаны ирҙең икенсе ҡатынына йүнәлтеүҙәрен раҫлағандар. Ведомствола хәрбиҙең беренсе ҡатыны һәм ҡыҙы тураһында мәғлүмәт бөтөнләй юҡ.
Хәрби комиссариат хәбәрһеҙ юғалыуысының ике ҡатынына ҡарата ла тикшереү ойоштороу үтенесе менән полицияға мөрәжәғәт иткән.
Фото: https://ya.ru/images/