

Үҙе яр һалып ҡысҡыра. Ҡысҡырғанын Әбейҙең ишетеп, урамдан уҙып барыусылар ярҙамға ташлана, полицейскийҙар килгәнсе көпә-көндөҙ юл баҫҡан уғрыны ебәрмәй тора.
Әбейҙе таларға йыйынған әҙәм элек хөкөм ителгән 34 йәшлек ир булып сыға. Полиция бүлегендә ул ғәйебен таный, юлбаҫарлығын аҡсаһыҙлыҡтан интегеү менән аңлата.
Ә Гөлсөм әбейҙең сумкаһында күпме аҡса булған һуң? 1 мең һум. Шуның өсөн тағы төрмәгә эләк инде...
Д. ИЛСЕҒОЛОВ.