

Мәктәпте тамамлағас, Сәриә һатыусылар курсын ғына тамамланы ла, ҡалаға эшкә сығып китте. Шунда бер ятаҡҡа урынлашып, сауҙа нөктәһенә һатыусы булып керҙе. Үткән йыл уның өсөн бигерәк ауырға тура килде. Йылдың башынан аҙағына тиклем тормошо кирегә китеп тик барҙы. Юлда барғанда ғына тайып йығылып аяғын һындырҙы, дөрөҫ ялғанмай оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килде. Әсәһенең мунсаһы янып китеп, бәлә килде. Йылдың иң аҙағында ғына күптәндән дуҫлашып йөрөгән егете Рөстәм менән буш урында һүҙгә килешеп ташлашып ҡуйҙылар.
Шуға 31 ғинуарҙа һуңға тиклем эшләгәс, ауылға ҡайтып китә алманы, пакетына әҙ-мәҙ тәмлекәстәр алды ла ятаҡтағы бүлмәһенә ҡайтты. Шул тиклем дә күңеленә шыҡһыҙ ине был ваҡытта. “Яңы йылды яңғыҙың ҡаршы алһаң, йыл буйы яңғыҙ булаһың” тигән ырым иҫенә төшөп йөрәгенә тыныслыҡ бирмәне.
Өҫтәл әҙерләргә лә күңеле тартманы. Коридорҙың теге осондағы аш-һыу бүлмәһенә барып кисәнән ҡалған ашты йылытып алды. Ятаҡ гөрләп тора, һәммәһе лә байрамға әҙерләнә. Сәриәлә генә күңел асыу ҡайғыһы юҡ. Бүлмәһенә килеп керһә, карауаты эргәһендә, өшөүҙән ҡалтыранып торған бәләкәй генә бесәй балаһы ултыра. Яртылаш асыҡ ҡалған ишегенән йылы мөйөш эҙләп килеп кергән бесәйҙе үҙе менән сағыштырып ҡуйҙы Сәриә. Үҙе лә һиҙмәҫтән, йән эйәһен ҡулына алып, күкрәгенә ҡыҫты. Яңғыҙлыҡтары яҡынайтты уларҙы. Тасҡа йылы һыу һалып йыуындырып алғас, бесәй балаһы тағы ла матурланып китте. Һыуытҡысынан һөт сығарып, көтөлмәгән ҡунаҡты һыйланы. Уйламағанда күңеле үҙенән-үҙе күтәрелеп китте.
Әсәһенең: “Бесәйҙе рәнйетмә, уның ҡарғышы ныҡ” тигән һүҙҙәре лә ныҡ һеңгәйне, ҡайҙалыр сығарып ебәреү уйы булманы ла. Шулай итеп Яңы йылды яңғыҙы түгел, бесәй менән ҡаршы алды. Кешенең, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәтенә кемдер тураһында хәстәрләү сифаты һалынған. Бесәй ҙә Сәриәнең тормошона бер йәм алып килде, уны ҡарау мәшәҡәттәре күңелен йылытты. Өйөнә лә ашҡынып, бәләкәй генә йән эйәһен һағынып ҡайтты, күңел донъяһы бөтәйеп, кәйефе күтәрелеп китте.
Бер кемгә кәрәкмәгән, ҡарауһыҙ йөрөгән бесәйгә изгелек итеп, тормошона ла ыңғай үҙгәрештәр керетте Сәриә. Ә кисә уйламағанда Рөстәме ишеген шаҡыны.
- Сәриә, уйланыр өсөн байтаҡ ваҡыт үтте. Миңә һин генә кәрәк икәнлеген аңланым. Яңы ғына ипотекаға фатир ҙа һатып алдым. Миңә кейәүгә сыҡһаң, бик бәхетле булыр инем, – тип көтмәгәндә тәҡдим яһаны.
Күңелен бары тик Рөстәме генә биләгәнгә, Сәриә башҡаға ҡарағыһы ла килмәгәйне. Был һүҙҙәр уны ҡанатландырып ебәрҙе, үҙен донъяла иң бәхетле кеше итеп хис итте.
–Ризамын, әгәр фатирыңа ошо бесәйемде лә һыйҙырһаң, – тине, йылмайып.
Тиҙҙән, ыҡсым ғына туй үткәрҙеләр. Сәриә иренең фатирына күсте. Бесәйе менән.
Резеда Шәнгәрәева.
Фото: stock.adobe.com