+15 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
24 Июня , 09:30

Марат КӘБИРОВ Аңламайым

Ниңә шулай йылмайып йөрөй был? — тиһегеҙме. Йылмаймайым мин. просто, башым эшләмәй. Аңламайым мин. Бер нәмәне лә аңламайым. Элеккене һәм бөгөнгөнө сағыштырып ҡарайым да… Бер нәмә лә аңламайым. Элек бер түрә коммунизмды һүгеп төрмәгә кергәйне. Күп тә үтмәне, бер төрөмчик шул уҡ коммунизмды һүгеп түрә булды.

Марат КӘБИРОВ АңламайымМарат КӘБИРОВ Аңламайым
Марат КӘБИРОВ Аңламайым

Коммунизм тигәндән, элек төрлө лозунгтар күп ине бит. Беҙҙең ауыл янында ошондай яҙыу эленгәйне: «Алға — коммунизмға!» Тик ауыл алға ла, артҡа ла китмәне, һаман үҙ урынында тора. Хәҙер ауыл янында былай яҙғандар: «Кендегебеҙ ергә береккән!» Эйе, берекмәй ни… Әле кендегең генә түгел…

Ауыл бер ҡайҙа ла китмәне, ә коммунизм артта ҡалды.

Шуны ла аңламайым… Элек мәсет юҡ ине. Кеше Аллаға табынды. Хәҙер мәсет тә бар… Әммә кеше Аллаға табынмай, аҡсаға табына. Хәҙер аҡса ысынлап та Алла кеүек. Барлығы хаҡ, берлеге хаҡ, ҡулға теймәй, күҙгә күренмәй. Беҙҙең ауылда элекке парторгты мулла иткәйнеләр. Былай яҡшы кеше ул. Әле дауаханала ята. Эскән баштан манаранан йығылып, аяғын һындырған.

Халыҡ та эсә бит хәҙер. Элек ауылдың бригадиры милиция эйәртеп өйҙән өйгә: «Сәмәй сығараһығыҙмы?!» — тип йөрөй ине, хәҙер ҡалтыранып: «Берәй нәмәң юҡмы?..» — тип йөрөй. Бына ошоноһон да аңламайым мин.

Етмәһә, тыуыу ҙа ҙур бер проблемаға әйләнде. Элек түрәләр коммунизм төҙөй ине, хәҙер коттедж төҙөйҙәр. Кешенең психологияһы ла үҙгәрҙе, бөтә нәмәне лә аҡса менән үлсәй. Күптән түгел бер дуҫым йүгереп инде лә: «Пажалыста, ҡотҡар, өс миллион ярым аҡса кәрәк. Малай тыуҙы. Врач „три пятьсот“ тине», — ти. Һуң, ул бит ауырлығын әйткән, тием. Теге бөтөнләй ағарынып ҡатты: «Хәҙер ҡайҙан табам инде мин өс тонна ярым аҡса?..»

Ә исемдәр ниндәй! Элекке Азат, Айраттар бөттө хәҙер… Теге дуҫым улына Будумил тип ҡушты. Яңғырашы нисек? Ә мәғәнәһе!.. Будумил — будущий миллионер! Имаметдинов Будумил Иванович!.. Ә бер ханым ҡыҙына Мерседес тип ҡушҡан. «Ниңә шундай исем ҡуштың?» — тигәйнем. «Эй, „Мерседес“ машинаһында булған хәл», — ти. Теге бала өсөн һөйөнөп ҡуйҙым. Мәйтәм, әгәр «Минск» мотоциклында булған булһа?!.

Элек кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙы «Таш булып бат!» тип оҙаталар ине. Хәҙер: «Иҫән йөрөп ҡайт», — тиҙәр. Элек мөхәббәт бар ине. Кеше мөхәббәткә ышана, мөхәббәт менән йәшәй ине. Хәҙер уның менән йәшәмәйҙәр… Хәҙер мөхәббәт менән шөғөлләнәләр…

Оҙатып-оҙатышып тә йөрөмәйҙәр. Гәзиттәге белдереүҙәргә генә күҙ һал. Ниндәйҙәре генә юҡ уларҙың!

«Тормош юлдашы эҙләйем! Күҙем зәңгәр, буйым зифа, аяҡтарым төҙ. Айырылған!..»
«Фәлән йәшлек Аждаһа Үгеҙбозау менән ғаилә ҡорорға теләй!»
«Москвичкамды „Москвич“-ҡа алмаштырам!»
«Диңгеҙҙә ял итеү өсөн тормош юлдашы эҙләйем!»
«Ғиффәтемде бирәм. Прокатҡа».
«Дауалау массажы яһайым. Теләһә ниндәй урынға».

Хәйер, гәзиттәге белдереүҙәр генә ни ул… Хатта телефон аша ла: «Аңды шаштырырлыҡ ләззәт алырға теләйһегеҙме? Минең номерҙы йыйығыҙ. Мин һеҙҙең ҡарамаҡта-а!..»

Быны ла аңламайым… Аңларға теләп бер саҡ теге номерҙы йыйҙым. Һәм беләһегеҙме шунда ни булды? Нәзәкәтле, йылы тауышлы бер ҡыҙ… ярты сәғәт буйы… миңә… «Война и мир» романын уҡыны… Түҙмәнем, уны бүлергә мәжбүр булдым.
— Ә теге аңды шаштырыу мәсьәләһе нисек һуң?
— Ә уныһы телефонға аҡса түләгәндә булыр…

Бына аңламайым мин…

Халыҡ яҙмышы ҡатын-ҡыҙ яҙмышы кеүек. Тормош былай әйләнһә лә беҙ — аҫта, тегеләй әйләнһә лә беҙ — аҫта.
Өҫтә булһаҡ та – беҙ түгел… Беҙҙе…

Аңламайым. Ҡайҙа — уң, ҡайҙа — һул… Ҡиблалар буталды. Шул турала бер шиғыр яҙҙым әле:

Был замана донъяларҙы,
Ҡиблаларҙы бутаны…
Кемдәргәлер — йылмайыуы,
Беҙгә иһә… шул тағы.

Автор:
Читайте нас