+15 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
24 Июня , 09:50

"Йыртығы юҡ"

(Элеп ала, һелкеп һала!) Радионан йыр ише­телә: «Һөймәгән­гә һөй­кәл­мәнек, сит йәрҙәргә һикермәнек». «Абау, биогра­фияңдың был биттәрен ниңә халыҡ хөкөмөнә сыға­рырға кәрәк булды?» – тип һорағы килә. Бер аҙҙан сираттағы «шедевр» ишетелә. «...Мин оҡшамаған изгегә», – тип күңелен асып һала егет. Быныһының тауышы шәп тә, һүҙҙәрен кем әтмәләгән икән?

"Йыртығы юҡ""Йыртығы юҡ"
"Йыртығы юҡ"

«Йырҙың йыртығы юҡ», – ти торғайнылар элек. Бар икән шул! Йыр булғас, уның һүҙҙәре мәғәнәле, күңелгә үтеп инерлек, музыкаһы дәрт йәки һағыш уятырлыҡ, башҡарыусыһы һоҡланып ҡарарлыҡ булһын, тип теләйһең. Рәсәй эстрадаһында ла был талаптарға лайыҡлы йырсылар быуа быуырлыҡ түгел. Үҙҙәрен йондоҙға һанаған ҡайһы бер ҡыҙҙарҙы юҡҡа ғына «йырлаусы трусиктар» тип атамайҙар. Улар ниңәлер ярым-яланғас сығыш яһай: үҙҙәре һылыу, матур фигуралы, тик... моңдары ғына юҡ.
Тарихтан билдәле булыуынса, элекке һуғыштарҙа барабандар ҡағып, төрлө йәмһеҙ тауыштар сығарып дошманды ҡаушатыу ғәҙәте булған. Ҡайһы бер ил төрмәләрендә әле лә шау-шыулы музыканы сәғәттәр буйы аҡыртып ҡуйып, тотҡондарҙы язалайҙар. Беҙҙә лә яза булырҙай йырҙар күбәйә түгелме?
Ана, эфир тулҡындарында күңелле генә йыр башланды! «Ҡара тауыҡ аҡ булмағас, аҡ тауыҡ ҡара булмай», – тип ҙур «асыш» яһай сираттағы йырсы. Була бит донъяла аҡыллы кешеләр!

Кәкре БӨКРИЕВ.

Автор:
Читайте нас