+17 °С
Дождь
Ғәләмәт бит
25 Июня , 08:35

Магазиндарҙа канистралар бөткән

Mash Telegram-каналы хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә автомобиль тауарҙары кибетендә яғыулыҡ өсөн канистралар етешмәй башлаған. Спекулянттар уларҙы күпләп алып, хаҡын күтәреп, яңынан һатыуға сығара икән.

Магазиндарҙа канистралар бөткәнМагазиндарҙа канистралар бөткән
Магазиндарҙа канистралар бөткән

Һуңғы аҙналарҙа канистраларҙың хаҡы күләменә һәм эшләнгән материалына ҡарап 20–40 процентҡа артҡан. Әле ҡасан ғына  5 литрлыҡ һауытты 300 һумға алып булһа, хәҙер уның өсөн 500 һум түләргә тура килә. 20 литрлыҡ канистра хаҡы инде 4 мең һумға барып еткән. Әммә кибеттәрҙә хатта ошо хаҡтан да тауар юҡ. Һауытты бары тик интернетта алыпһатарҙарҙан ғына табырға мөмкин.

Канистраларға ихтыяж үҫеү арҡаһында буранкаларға, лейкаларға, шлангтарға, яғыулыҡ һурыу өсөн насостарға һәм хатта резина бирсәткәләргә лә ҡытлыҡ барлыҡҡа килгән. Ҡайһы бер кибеттәрҙә ошо тауарҙар йыйылмаһы һатыуға әҙер килеш витринаға ҡуйылған , ә алыусылар алдан заказ биреп, уны бер тәүлек самаһы көтөргә мәжбүр була.

Автомобиль кибете хеҙмәткәрҙәре водителдәргә яғыулыҡ присадкалары һатып алырға кәңәш бирә. Улар әйтеүенсә, ҡытлыҡ шарттарында намыҫһыҙ һатыусылар бензинды шыйығайтып йәки 92-кене 95 тип алдап һатыу осраҡтары күбәйгән.

Фото: lenta-ua.livejournal.com

Автор:
Читайте нас