+17 °С
Дождь
Ғәләмәт бит
8 Июля , 06:00

Көслө яуым-төшөм эҙемтәләре

Үткән тәүлектә республика биләмәһендә урыны менән көслө ямғыр, йәшен һәм борсаҡ яуҙы. Насар һауа торошо күренештәре йәшен разряды эләгеүе арҡаһында шәхси йорттарҙа һәм хужалыҡ ҡаралтыларында бер нисә янғын сығыуға сәбәпсе булды.

Көслө яуым-төшөм эҙемтәләреКөслө яуым-төшөм эҙемтәләре
Көслө яуым-төшөм эҙемтәләре

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре әйтеүенсә, Йылайыр районы Дмитриевка ауылында йәшен бер йорттоң  электр счетчигын зарарлаған, шунан һуң ут бүрәнәле йорттоң фасадына күскән. Күршеләрҙең һәм ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһының оператив эш итеүе һөҙөмтәһендә ут янғын һүндереү подразделениелары килеп еткәнсе үк һүндерелгән.

Белорет ҡалаһының Димитров урамында йәшен арҡаһында ике ҡатлы кирбес йорттоң йомшаҡ ҡыйығы янған. Ут Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан оператив рәүештә һүндерелгән.

Краснокама районы Яңы Ноғай ауылында йәшен һуғыуы арҡаһында бүрәнәле һарай янып киткән. Ут шулай уҡ күршеләге ике фатирлы кирбес йорттоң пластик сайдингын зарарлаған. Янғын майҙаны 30 квадрат метр тәшкил иткән.

Бөтә ерҙә лә янғындың сәбәбе — йәшен разряды тип фараз ителә.

Фото: krugloe.by

Автор:
Читайте нас