

Ул көндө баштары ҡутарылып килгән Самат менән Морат Фәтихә апайҙың йортона юллана. Әммә “йүнсел” ҡатын ҡайҙалыр йомош менән сығып киткән икән.
— Бәлки, үҙең генә биреп ебәрерһең, — тип мөлдөрәп ҡарай улар ун – ун ике йәштәрҙәге ҡыҙыҡайға. — Һин бит хәҙер ҙур үҫкәнһең, әсәйеңдең “сәмәйе” ҡайҙа икәнлеген беләһеңдер.
— Беләм, беләм! — Ҡыҙыҡай йүгереп барып шкафтан бер яртыны ала. — Бына ул! Ағайҙар, ә бына быныһын күпме һалырға белмәйем, үҙегеҙ самалап ҡушырһығыҙ әле, — тип ҡағыҙ менән бәләкәс кенә төргәк һона.
Егеттәр, ҡайһылай башлы ҡыҙыҡай тип, “баш йүнәтергә” ултыра. Самат, инде рюмканы кәгеп, төргәкте асып ҡараны. Унда... тауыҡ тиҙәге ята ине.
Фото: prime-pets.ru