+21 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
18 Августа , 07:50

Бензин ҡайҙа?

Стәрлетамаҡта бензин һатып алыр өсөн сиратта ете сәғәт торҙом, был хәл ҡасанға тиклем дауам итер, тип ярһый бер уҡыусыбыҙ. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан Зөһрә Фәррәхова әйтеүенсә, барыһы ла контролдә, бензинды күберәк ташый башлағандар, хәлде төҙәтеү өсөн барыһы ла эшләнә....

Бензин ҡайҙа?Бензин ҡайҙа?
Бензин ҡайҙа?

Һеҙ нисектер, ағай-эне, мин үҙем телевизорҙан, социаль селтәрҙәр аша чиновниктарҙың төрлө проблема­ларға, мөрәжәғәттәргә биргән яуабын рәхәтләнеп тыңлайым һәм уҡыйым. “Барыһы ла контролдә”, Мөһим саралар күрелә”, “Борсолорға бер сәбәп тә юҡ”, тигән һүҙҙәр миңә әсәйҙең бишек йыры кеүек ишетелә. Тынысланам, күңелде рәхәтлек тойғоһо солғап ала, йәшәге килә башлай. Был йәшәүме ни, тиһеңме? Сеү! Дошмандар ишетеп ҡалмаһын!

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас