+17 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
18 Августа , 05:45

Эре наркокурьер ҡулға алынған

Башҡортостанда наркополиция оперативниктары эре наркокурьерҙың эшмәкәрлеген туҡтатты.

Эре наркокурьер ҡулға алынғанЭре наркокурьер ҡулға алынған
Эре наркокурьер ҡулға алынған

22 йәшлек әҙәм закладчик эшен башҡарған. Өйө эргәһендә ирҙе тикшергән саҡта, биш пакет табалар, һәр береһендә яҡынса 4 грамм порошок һалынған һәм кеҫә телефонын алалар. Артабан енәйәтсе үҙ ирке менән полиция хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ йорт подъезындағы йәшерен урынды күрһәтә, унда тағы ике төргәк йәшерелгән булған. Фатирҙа ла тентеү барышында яҡынса: 50 грамм мефедрон, 650 граммдан ашыу гашиш, шулай уҡ төрөү материалдары, үлсәүҙәр һәм неодим магниттары табыла.

Ир  енәйәткә ҙур бурыстары арҡаһында барғанын аңлатты. Уға ҡарата енәйәт эштәре ҡуҙғатылды һәм һаҡ аҫтына алынды.

Автор:
Читайте нас