+21 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
18 Августа , 08:45

Йәш кенә ҡыҙҙы алдағандар

Өфөнән яңы ғына мәктәпте тамамлаған ҡыҙ алдаҡсыларға һигеҙ миллион һумдан ашыу аҡса тапшырған. Шуларҙың алты миллионы – атаһының йыйған аҡсаһы.

Йәш кенә ҡыҙҙы алдағандарЙәш кенә ҡыҙҙы алдағандар
Йәш кенә ҡыҙҙы алдағандар

Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә,  18 йәшлек ҡыҙға тәүҙә мессенджерҙарҙың береһендә яҙғандар, йәнәһе, тауар килтерәләр. Шул һылтау менән СМС-тан килгән кодты әйтергә мәжбүр иткәндәр. Бынан һуң «Үҙәк банк вәкилдәре» тип таныштырған кешеләр үҫмерҙе 145 мең һум шәхси аҡсаһын «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә күндергән. Һуңыраҡ эшкә ялған ФСБ хеҙмәткәрҙәре ҡушылған — улар ҡыҙға енәйәти яуаплылыҡ менән янаған. Һөҙөмтәлә, баҫым аҫтында ул 200 мең һумға кредит рәсмиләштергән, шулай уҡ атаһының яҡынса алты миллион йыйылған аҡсаһын, 1,5 миллион һумлыҡ криптовалютаны күсергән.

Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: https://max.ru/ufa_rb

Автор:
Читайте нас