+17 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
18 Августа , 07:45

Йортоң янһа – ярҙам һорама!

Өфөнөң Октябрь районында йәшәүсенең йорто янып, ғаиләһе урамда ҡала. Власть органдары уның ҡат-ҡат мөрәжәғәт итеүенә алтын кәңәш бирә. Баҡһаң, был осраҡта ярҙам итеү өсөн хакимиәт бюджетында аҡса ҡаралмаған. Шуға күрә ярҙам һорап төрлө хәйриә фондтарына мөрәжәғәт итеп ҡарарға мөмкин икән.

Йортоң янһа –  ярҙам һорама!Йортоң янһа –  ярҙам һорама!
Йортоң янһа – ярҙам һорама!

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүсе Ринат исемле уҡыусыбыҙ ҙа үҙенең аһ-зары менән уртаҡлашты... Йортон страховкалау өсөн тейешле ойошмаға барғас, уны әйҙүкләп ҡаршылайҙар. Әммә йортоноң ошо биҫтәлә урынлашҡанын белгәс, кире боралар. Нижегородканы ун йылға бер һыу баҫа бит, тип аҡланалар. Әммә йортон тау башына күсереп һалырға, шунан уларға киренән килергә кәңәш итәләр. Ҡыҙыҡ, Нижегородкала йыйын олигархтар төйәкләгән тип уйлайҙармы икән? Юҡ, бында байҙарҙы, коррупционер-фәләндәрҙе индермәйенсә, үҙҙәре генә йәшәйҙәр.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас