+31 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
25 Августа , 09:50

Ике кейәү

Ике ҡыҙы бер юлы кейәүҙәрен танышырға алып ҡайтҡас, буласаҡ ҡайны кешенең шатлығының сиге булманы. Бына-бына ҡәйнә буласаҡ ҡатын да тулҡынланып, туй тураһында уйлана башланы. Кейәүҙәре менән яҡындан танышып, һөйөнөшөп йөрөгән көндәре. Бигерәк тә ҡайнының кәйефе күтәренке. Малай һөйөү бәхете теймәгәс, уларҙы үҙ улдарылай ҡабул итеп, шатлығын йәшермәй, балҡый. “Эх, ярҙамсыларым булды. Бесән эшләүгә лә, төҙөлөшкә лә, мал салыуға ла иптәштәрем бар”, – тип уйланы. Шуға ла бөгөн кис айырыуса хисләнеп, өсөнсө көн ҡунаҡ булған кейәүҙәренә: – Егеттәр, иртәгә һарыҡ көтөүе. Берегеҙ сығырһығыҙ, – тине лә тыныс күңел менән йоҡларға китте.

Ике кейәүИке кейәү
Ике кейәү

Бүлмәлә икәү ҡалған кейәүҙәрҙең береһе:
– Һин сығаңмы, әллә минме? – тине.
– Белмәйемсе, – тип баш тырнаны икенсеһе.
Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Бер аҙҙан беренсе кейәү:
– Әйҙә, яртышар көн көтәйек, – тип тәҡдим итте. Икенсеһе ҡуш ҡуллап ризалашты:
– Әйҙә. Һин иртәнәсәк сығырһың, мин төштән һуң.
– Ә нишләп мин иртәнсәк? – тип ҡаштарын төйҙө беренсе кейәү.
– Атыу нимә, мин што ли?
– Эйе. Мин иртә тороп өйрәнмәгәнмен. Беләһеңме, төнгө өстә саҡ йоҡлап китәм.
– Шунан нимә? Көтөүҙә йоҡларһың!
– Үҙең бар ҙа шунда йоҡла, йәме! Һин сыҡ, бер эшең юҡ! – тип асыуланды беренсе кейәү.
– Иртәнсәк минең эшем бар!
– Ниндәй? Яңы айыртылған ҡаймаҡты ҡалаҡлап йотоумы? – тине мыҫҡыллап беренсе кейәү.
– Минең эштәрҙә эшең булмаһын, йәме! Бара алмайым тигәс, бара алмайым, – тип үпкәләне икенсеһе һәм башҡа бер һүҙ әйтмәй, ирендәрен бөршәйтеп ултырҙы.
– Уй, шул ғәҙәтеңде ташла әле! Бер һүҙ әйтеп булмай, бисәләр һымаҡ үсегәһең дә ултыраһың! – тип енләнде беренсеһе.
– Нимә, мине бисәкәй тимәксеһеңме? Үҙеңде бел, йәме! Ҡыҙыңдың һүҙенән ары китә алмайһың. “Ой, йәнем, кәйефең нисек?”, “ой, матурым, нимә уйлайһың”, “бәғерем, тышҡы сыҡһам буламы?” – тип эләкләргә тотондо.
– Ә һин, һин – ярамһаҡ! Ҡәйнә эргәһенән китмәйһең, түгелме? Аш бүлмәһендә лә, урамға сыҡһа ла ҡойроҡ һымаҡ эйәрәһең. Бәлки, шуға өйләнерһең, ә?
– Суҡынып кит, белдеш! Улай шәп кеше булғас, үҙең көнө буйына көтөү көтөргә бар! – тип ярһыны икенсеһе.
– Хәҙер, йүгереп ултыра, ти. Үҙең бар ҙа көт!
– Һине ҡыуандырыпмы? Әҙерләп ҡуйған!..
Иртәнсәк татлы ғына йоҡлап ятҡан буласаҡ ҡайны, ҡатынының тауышына уянды:
– Тор, тор тием! Көтөүгә мин барырға тейешме?
Йоҡо аралаш бер ни аңламаған “ҡайны”:
– Кейәүҙәргә әйт, – тип мыңғырҙаны.
– Уларҙың береһе лә торманы. Кемеһен инеп уятырға тейешмен? Тор, әйҙә! Көтөү китә тиҙҙән...
Кейәүҙәре хырылдашып йоҡо туйҙырған ваҡытта татлы хыялдары ел менән осҡан буласаҡ ҡайны һарыҡтарҙы ҡыуа ине. Ун дүрт сәғәттән арып-талып, эҫелә әллә нисә тапҡыр ҡан баҫымы күтәрелгән “ҡайны” өйөнә ҡайтты ла һарыҡ ҡаршылаған ҡатынына:
– Туйға әле иртәрәктер ул, – тип ауыр уфтанды.

А. Сәләхова.

Автор:
Читайте нас