+12 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
14 Сентября , 11:00

Ай кемдеке?

Кеше һине аҡыллы тип уйлаһын өсөн нәмә эшләргә кәрәк? Бының өсөн ҡайһы саҡта телде тыйыу ҙа етә. Яңыраҡ АҠШ президенты Дональд Трамп сираттағы тапҡыр бар донъяны шаҡ ҡатырырлыҡ «асыш» яһаны. Баҡһаң, Ай АҠШ-тыҡы икән!

Ай кемдеке?Ай кемдеке?
Ай кемдеке?

Бөтә илдәр таныған халыҡ-ара килешеүҙәргә ярашлы, Ай бер нисек тә айырым дәүләттеке була алмай. Хәҙер нимә көтөргә унан? Бәлки, Ҡояшты ла оҙаҡламай үҙенеке итер? Ғалимдар әйтеүенсә, аяҙ төндә осҡор күҙле кеше күк йөҙөндә ике меңләп йондоҙҙо күрә ала. Уларҙың дөйөм һаны нисәлер – бер кем дә белмәй. Бәлки, сират йондоҙҙарға ла етер?
Күрәһең, Гренландияны, Канаданы АҠШ-тыҡы итергә маташҡан Трамптың бөтөнләй «ҡыйығы китә» башлаған, хәҙер үҙен Йыһан хужаһы тип кенә иғлан итеүен көтәһе ҡалды. Булыр ҙа. «Һәнәк»тең ышаныслы сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәтенә ярашлы, 80 йәшлек Трамп туҡтауһыҙ ауыҙ эсенән бер көйҙө мөңгөрләп йөрөй, имеш. Һүҙҙәре былайыраҡ яңғырай:

– Мин дә Айға менер инем –
Булһа арттан этеүсе!

Кәкре БӨКРИЕВ.

Фото: rt.com

Автор:
Читайте нас