+14 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
14 Сентября , 10:30

ТАУЫҠБАШТАР

– Ишғәле, тауыҡбаш, тип кемгә әйтәләр ул?– Ҡушғәле, бәй, шуны ла белмәйһеңме ни? Уйламай эшләгән, юҡ-бар һөйләгән әҙәмдәргә эләгә был баһа. Бер уйлаһаң, тауыҡтан да егәрле һәм файҙалы ҡош-ҡорт юҡ бит: көн дә тигеләй йомортҡа һала, егерме көнләп ҡуҙғалмай ҙа себештәрен баҫып ултыра, улары сыҡҡас, йыуаш тауыҡ арыҫлан йөрәклегә әйләнеп, ҡурсый, һаҡлай. Бөгөнгө көндә донъяла иң күп ҡулланылғаны ла тап тауыҡ ите.

ТАУЫҠБАШТАРТАУЫҠБАШТАР
ТАУЫҠБАШТАР

– Ауыл хужалығы министрлығы ни эшләп уларҙы иҫәпкә алырға булған һуң – әгәр ун тауығың бар икән, уларҙы мотлаҡ ветеринар белгестәре аша «Хорриот» системаһында теркәтергә тейешһең. Ә 2029 йылдың 1 сентябренән бер тауыҡ аҫыраһаң да теркәлеү үтергә кәрәк.
– Үәт, исмаһам, тауыҡ­баш.., әй, наҙандар был законды уйлап сығарыусылар. Тауыҡ барлығы ике йыл йәшәй, әгәр себеш сағында ҡарға, төрлө йәнлек, бәхетһеҙлек ҡорбаны булмаһа, биш-алты айҙан тотоп һуймаһалар...
– Ишғәле, бәлки, иҫәп-хисап кәрәктер ҙә. Йоғошло ауырыуҙар күбәйә, былай хәүеф сығанағы тиҙ генә асыҡланасаҡ, тип аҡлана бит ғәжәп «шәп» ҡарар сығарыусылар.
– Миллионлаған тауыҡ аҫыралған предприятиеларҙы ҡурсалау кәрәк, әлбиттә. Тик төпкөл ауылда ун тауыҡ аҫыраған әбей-бабайҙарҙың башын ниңә ҡатырырға? Унда тауыҡтарҙы түгел, кешене осратыуы ҡыйын. Хәҙер улар тиҫтәләгән ауылға бер ветеринарҙы эҙләп йөрөргә, документтар юллап йөрөргә тейешме? Тауыҡтарҙы һуйып ашау еңелерәк була түгелме? Тауыҡтар кәмегәнсе тауыҡбаштар кәмеһә яҡшыраҡ булыр ине!

Мәргән АПТЫРАҒАНОВ.

Автор:
Читайте нас