+17 °С
Ясно
Ғәләмәт бит
17 Сентября , 09:20

Ауыл экстрасенсы

90-сы йылдар илгә яңы үҙгәрештәр индерҙе. Мин тау институтын тамамлағас, шахтала мастер булып эшләйем. Ялымда ауылға әсәйемдең хәлен белергә ҡайттым.Әсәйем мине күргәс:– Улым, бик йонсоғанһың, йөҙөңә сыҡҡан, Әхмәт ағайыңа бар, ул хәҙер күрәҙәсе, ҡулдары менән кешеләрҙе йүнәлтә. Үҙем кисә барып күрендем, бик килеште, баш ауырыуым бөттө, рәхәтләнеп йоҡлайым, – тип кәңәш итте.

Ауыл экстрасенсыАуыл экстрасенсы
Ауыл экстрасенсы

Мин ныҡ аптыраным, ышанманым. Әхмәт ағайҙы беҙ үҙ-ара «Остап Бендер» тип йөрөтә инек. Һигеҙ класты этә-төртә бөтөргәс, күп эш урындарын алмаштырҙы, милицияла ла эшләп ҡараны, юлы уңманы. Әсәйемдең һүҙен йыға алмағас, йыйынып, ағайҙың ауыл осондағы өйөнә барҙым. Өй янына машина тулған, осо-ҡырыйы күренмәй. Кеше күп булғас, иртәгәгә сиратҡа яҙылдым. Таңдан тороп ҡабат барҙым, өйҙә юҡ.
– Ҡаршы Мәмбә тауы башында көс йыйып йөрөй, кисә ауырыуҙар күп килгән, арыған, – тип сираттағы кешеләр әйтте. Оҙаҡламай ағай килде, танып, өйөнә саҡырып индерҙе. Тәҙрәгә ҡаратып ҡуйып, ҡулдары менән һыйпап, үҙенсә төрлө ишаралар эшләне.
– Һиндә зоб ауырыуы. Тоҙ өшкөрөп бирәм, һыуға эретеп бер ай иртәнсәк ашар алдынан эс, – тип аңлатты.
Ҡайҙа эшләгәнемде һорашҡас:
– Миңә ярҙамсы кәрәк, ҡағыҙ эшен белмәйем, уҡығанһың, әйҙә бергә эшләйек, – тип тәҡдим яһаны.
Мин икеләндем, нимә яуап бирергә белмәйем.
– Аҡсаны шахтаға ҡарағанда артыҡ эшләп алырһың, һаулығың да ҡаҡшамаҫ, – тип үҙенекен дауам итте. Шикләнгәнде күргәс, дипломатын асты. Портфель тулы ҡағыҙ тәңкә, ундай күп аҡсаны төшөмдә лә күргәнем юҡ.
– Биш йыл бушҡа уҡығанһың, аҡсаны ошолай эшләргә кәрәк, ҡустым, – тип аҡыл һатты ағайым.
Мин ризалашманым, күңелемде ниндәйҙер шөбһә биләне, хушлашып, ҡайтып киттем.
Икенсе йыл ялға килгәндә, Әхмәт ағай ауылда юҡ икән, күрәҙәлек шөғөлөн ташлап, Өфөгә муллалыҡҡа уҡырға киткән тип һөйләнеләр.

Вәғиз ТИМЕРБУЛАТОВ, Магнитогорск ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас