+2 °С
Ясна
Ғәләмәт бит
28 Сентябрь , 06:44

Ете кәзә бәрәсе, йәки бәләкәй бизнестың күҙ йәше

(әкиәт-пародия) Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Кәзә менән уның ете бәрәсе. Әммә был әкиәт бөгөнгө көндә бара, шуға күрә Кәзә – «Кәзә & Бәрәстәр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, ә бәрәстәр – ялдағы хеҙмәткәрҙәр.Кәзә иртәнсәк йыйылыш үткәрә:– Балаларым, мин һеҙгә һөт алырға баҙарға барам. Өйгә берәйһе килһә, ишек асмағыҙ! Хәҙер заманы шундай: бүре түгел, коллекторҙар йөрөй.

Ете кәзә бәрәсе, йәки бәләкәй бизнестың күҙ йәшеЕте кәзә бәрәсе, йәки бәләкәй бизнестың күҙ йәше
Ете кәзә бәрәсе, йәки бәләкәй бизнестың күҙ йәше

– Ә беҙ уларҙы нисек танырбыҙ? – тип һорай бәрәстәр.
– Бик еңел: коллекторҙар бүре кеүек түгел, улар йылмая, сәй эсергә лә риза, тик аҙаҡ үҙҙәрен сығарырмын тимә.
Бәрәстәр ишекте бикләп, һәр кем үҙ гаджетына текәлә. Шул саҡ ишек туҡылдаталар.
– Кем унда?
– Был мин – «Бәхетле Кредит» банкыһынан вәкил! Һеҙгә бик шәп тәҡдим бар: бөгөн аҡса алығыҙ, ә ҡайтарыу – аҙаҡ!
– Беҙгә аҡса кәрәкмәй, – ти бәрәстәр.
– Нисек кәрәкмәй? Ҡарағыҙ әле, проценттары бик түбән! Әллә күпме кеше алып, ҡыуанып йөрөй!
– Юҡ, рәхмәт! – ти бәрәстәр.
Вәкил китеп бара, ә бәрәстәр үҙ-ара һүҙ ҡуйыша:
– Бәлки, алырға кәрәк булғандыр? Проценты шәп бит...
Шул саҡ тағы ишек шаҡыйҙар.
– Кем унда?
– «Йылдам Микрофинанс» ойошмаһынан килдек! Бушлай “Айфон” бирәбеҙ, тик контрактҡа ғына ҡул ҡуйырға кәрәк!
Бәрәстәр был юлы ла ризалашмай, әммә өсөнсө тәҡдимгә генә бирешә: «Ҡул ҡуяйыҡ! Ни булһа ла – кредит тарихыбыҙ булыр!»
Ишек асылыу менән өйгә «Бур» ҡушаматлы билдәле эшҡыуар килеп инә. Ул бөтә бәрәстәрҙе йыйып ала ла үҙенең колл-үҙәгенә эшкә алып китә.
Кәзә ҡайтып, буш өйҙө күрә лә аптырай:
– Ҡайҙа балаларым?!
Бер бәрәс телефондан шылтырата:
– Әсәй, беҙ хәҙер «Бур» компанияһында эшләйбеҙ! Көнөнә 12 сәғәт, ялһыҙ, ә эш хаҡын йыл аҙағында бирергә вәғәҙә итәләр. Ә һин беҙҙең өсөн бер ни эшләй алмайһың, сөнки беҙ үҙебеҙ ҡул ҡуйҙыҡ!
Кәзә судҡа бирә, тик суд: «Бәрәстәр үҙҙәре ғәйепле, улар ишекте үҙҙәре асҡан», – ти.
Шулай итеп, Кәзә ҡалалағы фатирын һатып, бәрәстәрен саҡ ҡотҡарып ала. Ә һеҙ, дуҫтар, белеп тороғоҙ: әгәр берәйһе ишек шаҡыһа, асыр алдынан өс тапҡыр уйлағыҙ, әгәр берәйһе, матбуғатҡа яҙылығыҙ, тиһә генә, артыҡ уйлап тормағыҙ!

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:
Читайте нас