

Өлкәндәр әйтеүенсә, буш шешәләрҙе төрлө төбәктәрҙәге мәктәптәр янында табыштыра башлағандар. Әҙәм аҡтыҡтары, етмәһә, социаль селтәрҙәрҙә маҡтаналар һәм Корвалол тамсыларын нимә менән ҡушырға кәрәклеге тураһында гайдтар яҙып баралар. Зумерҙар дарыуҙы дарыуханаларҙан ирекле һатып ала йәки өлкәндәрҙән алдыра, ахыры..
Корвалол составында фенобарбитал бар. Ул үҙәк нерв системаһыа зарар килтерә, реакцияны һәм һөйләүҙе яйлата. Препарат күнектерә, ә артыҡ доза ҡулланғанда аңдың буталыуы, пульстың әкренәйеүе һәм һулыштың ҡыҫылыуы башлана. Энергетик менән бутаһаң, аритмия башлана, бауырҙы бөтөрә, ә ауыр осраҡтарҙа – аңды юғалтыу мөмкин.
Сығанаҡ: MASH каналы