+16 °С
Облачно
Ғәләмәт бит
29 Сентября , 09:20

ЫСЫН БУЛҒАН ХӘЛ

1982 йылда америкалы Ларри Уолтерс ғәжәп бер хыялын тормошҡа ашырырға була. Ул баҡса креслоһына гелий тултырылған 45 ҙур шар бәйләп, күккә күтәрелергә уйлай. Планы буйынса ни бары 30 метр самаһы күтәрелергә тейеш була. Әммә арҡанды ысҡындырыу менән кресло күккә атыла һәм Ларри яҡынса 5 саҡрым бейеклеккә менеп китә!

Добавить в предпочтительные источники Google
ЫСЫН БУЛҒАН ХӘЛЫСЫН БУЛҒАН ХӘЛ
ЫСЫН БУЛҒАН ХӘЛ

Уны хатта пассажир самолеттарының пилоттары күрә:

— Диспетчер! Һеҙ беләһегеҙме, бында бер ир баҡса креслоһында осоп йөрөй...
— Нимәлә?!
— Креслола. Шарҙар менән! 

Диспетчерҙар тәүҙә быға ышанмай. Ә Ларри өҫтә туңып, креслоһына йәбешеп ултыра.

Ахырҙа ул үҙе менән алған мылтыҡтан бер нисә шарҙы тишеп, яйлап түбәнәйә башлай. Төшкәндә шарҙарҙың бауҙары электр сымдарына эләгә, әммә Ларри үҙе иҫән ҡала.

Һуңынан журналистар унан:

— Ниңә быны эшләнегеҙ? — тип һорай.

Ларриҙың яуабы тарихҡа инеп ҡала:

- Ир кеше бит ғүмер буйы тик ултырып ҡына тора алмай...

Фото: https://ya.ru/images/

dzen.ruhttps://vk.ru/sayer_donja?w=wall-184557435_170754

Автор:
Читайте нас