

Экспертиза балдаҡтың көмөш металл урынына – ғәҙәти иретмә, бриллианттар урынына – бер ниндәй ҡиммәте булмаған төҫһөҙ таштарҙан яһалғанын күрһәткән. Магазин хужаһы аҡсаны ирекле рәүештә кире ҡайтарыуҙан баш тарта, ә һатып алыусы үҙ хоҡуҡтарын яҡлау өсөн Роспотребнадзорға мөрәжәғәт иткән.
Һөҙөмтәлә суд эшҡыуар ҡатынды һатып алыусы файҙаһына балдаҡтың хаҡын – 44 мең һум, башҡа кешенең аҡсаһын ҡулланғаны өсөн проценттар, әхлаҡи зыянды ҡаплау һәм бәхәсте тыныс юл менән хәл итеүҙән баш тартҡаны өсөн штраф түләргә тейеш – барлығы 82 мең һум тирәһе.