

“Ҡалын елкә”гә тәнҡит оҡшаманы, буғай, йөҙө ҡарайып китте, һөҙөргә әҙерләнгән үгеҙ ҡиәфәтендә атакаға ташланды:
– Һинең иҫке машина алырлыҡ та рәтең булмауына мин ғәйеплеме, ҡара һин уны, аҡыл өйрәтеп маташа!
Ҡуҙғалырға йыйынған Фәрит велосипедынан кире төштө:
– Эш рәт булыу-булмауҙа түгел, Карам. Көн дә йәйәү йәки велосипедта йөрөмәһәм, үҙемде насар тоя башлайым. Хәҙер, тиңдәш, алтмышҡа еткәс, ауырыуҙар йәбешергә генә тора беҙгә.
– Кемгә йәбешә, кемгә – юҡ, – Карамдың ярһыуы баҫылмағайны. – Һәр дүрәк велосипедта йөрөр ҙә йөҙгә тиклем йәшәр ине. Аҡыл һатыусылар түгел, әллә ниндәй аҡыл эйәләре лә был донъяға мәңгегә килмәгән.
– Уныһы шулай, тиңдәш, ярай, күңелеңә ауыр алма! – Фәрит велосипедына ултырып еңел генә ҡуҙғалып китте лә тиҙҙән күҙҙән юғалды.
– Алтмышҡа еткәс, тиме, был бит ярышҡа сыҡҡан йәш егет кеүек еңел йөрөй! – тип һоҡланып ҡуйҙы әңгәмә шаһиты булған ирҙәрҙең береһе.
– Кеше эт бәхетле булыр икән, – тип уфтанды Карам. – Минең һымаҡ, инфаркт та үткәрмәне, ауыр операциялар кисергәне лә булманы, арт һикертеп, һаман һабантуйҙарҙа, ярыштарҙа велосипедта йөрөй йә йүгерә. – Карам танышын тағы нәмә тип һүгергә икән тигәндәй, туҡталыбыраҡ торҙо, бер аҙ уйланғас, тапты, буғай, йәнләнеп дауам итте. – Бына шул кешенән илгә, бюджетҡа ниндәй файҙа? Машинаһы булмағас, уны автосервиста ремонтлаттырмай, бензин, “запчасть” һатып алмай. Түләүле операциялар эшләтмәй, араҡы эсмәй, тәмәке тартмай. Үҙен генә уйлаған шундай әҙәмдәр бар саҡта бюджетта ҡайҙан аҡса булһын да ил нисек байыһын?
– Дошман беҙҙең арала шул, йүнһеҙ икән танышың! – тип ҡуйҙы берәү уйынлы-ысынлы.
Карам уға яуап бирергә тип ауыҙын асҡайны, өлгөрмәне. Бензин һата башланылар, барыһы ла машиналарына ашыҡты.