-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
20 Декабрь 2021, 15:00

Байлыҡ көтөп ултырам

Минең ирҙең холҡо шул тиклем насар. Быны һеҙгә сер итеп кенә әйтәм. Билләһи, яманлап бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ. Гел генә уны ҡарауыллап, күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торорға кәрәк. Гулят итә торған холҡо бар, ҡатындарҙы ярата.

Байлаҡ көтөп ултырам
Байлаҡ көтөп ултырам

Төнө буйы ҡайҙалыр, кемдәлер таң атҡансы йөрөп ҡайта ла төшкәсә йоҡлап тик ята.

Бөгөн иртүк торҙом да баҙарға киттем. Кәрәк-яраҡ, ваҡ-төйәк әйберҙәр алғас, ике ҡулыма ике пакет тотоп, өйгә ҡайтып киләм. Ҡапҡабыҙҙың төбөнә килеп етһәм, ике сиған ҡатыны баҫып тора. Йәшерәге миңә:
– Подруга, здравствуй! – ти.
Аптырап киттем дә:
– Мин һиңә ниндәй подруга булайым? – тим.
Икенсе сиған ҡатыны, ҡартырағы:
– Не обижайся, сестра, – ти.
“Былар кем икән? Инәйем яғынан мин сестрамы икән уларға, атайым яғынанмы?” – тигән уй башыма килде. Ҡартырағы, миңә “подруга” тигәне:
– Ты очень хорошо живешь, но у тебя муж гуляет, домой не приходит, изменяет, – ти.
Мин дә руссалап:
– Откуда знаешь? – тип һораған булдым.
– У тебя на лбу написано, – тигәс, ҡурҡып киттем. Был сиған минең ирҙең ҡайтмай йөрөгәнен ҡайҙан белә икән, тип аптырайым. Икенсеһе, миңә “сестра” тигәне:
– Һул ҡулыңды күрһәт, – ти.
Һул ҡулымды күрһәттем. Ҡулыма ҡарап торҙо-торҙо ла:
– Бына хәҙер аңлашылды, – тине.
– Нимәһе аңлашылды? – тип һораным.
– Ҡулыңа бер мең һум аҡсаңды ал да бер аҙ усыңда йомоп тотоп тор, – ти.
Нисек әйтһә, шулай итеп аҡсаны тотоп торҙом.
– Хәҙер усыңды ас, – тине.
Асҡайным:
– Эй-й-й, сестра, һиңә килә торған аҡса күренмәй. Ҡана, тағы бер меңде өҫтәп, ике мең итеп минең усыма һал. Аҡсаның ҡасан килгәнен, ҡайҙан килгәнен, ҡайҙа киткәнен – барыһын да әйтеп бирәм, – тип ҡалған аҡсаларымды ла тартып алып, көшөлөктө таҙартып, ҡулыма тотторҙо.
– Был аҡса хәҙер минеке, иртәгә һиңә һанап бөткөһөҙ күп аҡса килә, байыйһың, бына ҡулыңа яҙылған, – тип, устарымды асып, – бына ҡара, бына ҡара, – тип ҡат-ҡат миңә күрһәтте.
Әйткәненә ышанып риза булдым. Иртәге көндән байый башлайым, тип ҡыуанып киттем. Миңә “подруга” тигәне:
– Бына һиңә бер таяҡ бирәм, әле ирең өйөңдә йоҡлап ята. Ошо таяҡ менән йоҡлап ятҡанында башына һуҡ, һиҙмәй ҙә ҡалһын. Бөгөндән башлап һинән башҡа бер сит ҡатынға ҡарамаясаҡ, билләһи, яныңдан бер аҙым да китмәйәсәк, – ти.
Сиғандың ҡалған һүҙҙәрен тыңлап торманым, йәнем көйөп, ҡаным ҡайнап, йөрәгем ярһып, өйгә ҡайтып керҙем. Ысынлап та, ирем хырылдап йоҡлап ята. Сиған биргән таяҡ менән башына һуҡтым, “шаҡ” итеп ҡалды. Ирем ятҡан еренән һикереп килеп торҙо, башынан ҡан аға, бер күҙе бер яҡҡа, икенсе күҙе икенсе яҡҡа ҡыйшайҙы, үҙем ҡурҡып киттем. Ҡурҡышымдан “Ашығыс ярҙам”ды саҡыртып, табипҡа алып барҙым. Табип та иремдең ҡыйшайып торған ике күҙен күргәс, ҡурҡып киткәндәй булды. Мин булған хәлде, нисек ирем менән йәшәгәнде баштан-аяҡ һөйләп бирҙем. Табип минең һөйләгәнде тыңлай-тыңлай, башына дарыу һөртөп, бинт менән яраһын бәйләп, иремде ишектән оҙатып ҡуйҙы ла:
– Мин һеҙҙе бик яҡшы аңлайым, һинең ирең сит ҡатындарҙы ярата икән. Ә бына минең ҡатыным сит ирҙәрҙе ярата. Таяҡты иреңә уңлы-һуллы башына эләктерергә кәрәк ине, – тип миңә ҡарап йылмайҙы ла кабинетынан сығарып ебәрҙе.
Шулай итеп, йәшәп ятҡанда бер көн ирем өйгә ҡайтманы. Иртәгеһенә лә көтәм – юҡ, өс көн тигәндә ҡайтып керҙе.
– Ҡайҙа йөрөнөң өс көн буйына? – тип ҡысҡырып, әрләп ҡаршы алдым.
Ирем асыуланып, миңә былай тине:
– Ҡыйыш күҙем ҡайһы яҡҡа ҡарай, мин шунда барам. Өсөнсө көн Тәскирәгә ҡараны, Тәскирәгә барҙым. Кисә Мәстүрәгә ҡараны, Мәстүрәгә барҙым. Бөгөн һиңә ҡараны, һиңә тура ҡайттым.
Хәҙер минең ирҙең күҙе ҡайҙа ҡарай, шул яҡҡа китә лә бара. Башыма бер уй килде, өйгә ҡайтып ошо таяғым менән табип әйткәнсә башына уңлы-һуллы эләктереп, ике күҙен туралайым. Тәскирәне лә, Мәстүрәне лә оноттороп, үҙемә генә туп-тура итеп ҡаратып ҡуям да, сиған әйткән байлыҡты көтөп, өйҙә тик ултырам, бер ҡайҙа ла бармай.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Дилә БУРАНҒОЛОВА
Читайте нас в