+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
24 Декабрь 2021, 13:05

Ҡатын, таптым алтын!

Алпан-толпан атлап, саҡ килгән Сәүҡәрҙең аяғына нимәлер эләкте. Ирекәй, йәне көйөп, нимәлер һалынған пакетты тибеп ебәрҙе. Тоҡсай өс метрҙай ергә «сылтыр-р» итеп барып төштө.

Ҡатын, таптым алтын!
Ҡатын, таптым алтын!

Шул сылтырау Сәүҡәрҙең иғтибарын йәлеп итте лә инде: башы бик ауыртһа ла, эйелеп пакетты алды. Уны сисә алмай ап-аруҡ ыҙаланды: тырышып төйнәгәндәр. Сисеп ҡараһа, йылтыр нәмәләрҙе күрҙе: «Уйынсыҡтыр, шай. Мәнжүрә ҡыҙыма бирермен. Һиңә тип, һатып алдым, тиермен. Әтеү бер уйынсыҡ бүләк иткәнем юҡ. Әйҙә, кинәнһен», тип уйларға зиһене етте. Йылтыр нәмәләр биҙәүестәргә лә оҡшаған. Булмаҫ, кем алтын биҙәүес­тәрен пакетҡа һалып йөрөтһөн дә ташлап китһен! Сәүҡәр тикшерергә, был йылтыр нәмәләрҙең ысын алтынмы-түгелме икәнен яҡшы белеп кенә һатырға кәрәк, тигән уйға килде. Хәҙер уйынсыҡтарҙы ла алтынға оҡшатып эшләйҙәр. «Яһалма нәмәләрҙе алтын тип алдайһың!», тиерҙәр. Яуапҡа тарттырырҙар. Ҡала әллә ни алыҫ түгел. Унда алтын-көмөштө тикшертеп була, тигәнде ишеткәйнем, шай. Юллыҡ аҡса табыу ғына ҡыйын булыр. Әллә ҡатыным Ғәшүрәгә күрһәтергәме? Быларҙы юлда тапҡаныма ышанмаҫ...
...Ике йыл элек булды был ваҡиға. Ғәшүрә мунсаға киткәндә алтын алҡаһын сисеп, серванттағы сынаяҡҡа һалғайны. Сәүҡәр алҡаларҙы табып алды ла юл буйына ашыҡты. Ҙур ауыл эргәһенән үткән оло юлдан машиналар йыш йөрөй. Ғәшүрәһе менән Мәнжү­рәһе мунсанан ҡайтыуға Сәүҡәр алҡаларҙы һатып, үҙе әйткәнсә «тәмлекәсте» һемереп, диванда тора алмаҫлыҡ хәлдә ине.
Хөтөп исемле дуҫы: «Ата-әсәйең һине сауҙагәр булһын тип, Сәүҡәр тигән исем ҡушҡандарҙыр», – тип кәзекләй. Сауҙагәрлек һәләте ҙур Сәүҡәрҙең. Бәрәңге һата ул. Ике-өс биҙрә бәрәңге һалынған тоҡто арҡаһына йөкмәп, беләгенә биҙрә элеп, китә оло юлға. Тиҙ алалар эре бәрәңгене. Әлбиттә, Ғәшүрәһе белә, күршеләре лә күрә. Сәсергә орлоҡ ҡалмаһа, Ғәшүрә һатып ала. Ун биш сутый баҡсаһында бәрәңге һәләк уңа.
...Сәүҡәр һәр көн әшнәләре менән йы­йылған урынға ашыҡты. Уның айырылмаҫ ике дуҫы бар: Хөтөп менән Тәҡи. Улар ун-ун биш йылдар инде гел бергәләр. Хөтөптөң өйөнән алыҫ түгел үҫкән йыуан тирәк эргәһендә өҫтәл тора. Өҫтәл тирәләп эскәмйәләр урынлашҡан. Был өсәү өҫтәл артына ултырыуға ауылдың түбән осонан бер, үрге яҡтан тағы бер эскесе килеп етә. Табын башлана.
Хөтөптөң бисәһе Хөснә:
– Яңғыҙ ағасты йәшен ата торғайны. Ә был тирәкте ниңә атмай икән? Йәшен уты хәстрүштәргә лә тейер ине... – тип хәстәрләнә.
Дуҫтарҙың Тәҡи тигәне йәне көйөп:
– Тирәкте атһа ла, йәшен беҙгә теймәй ул. Өҫтәл ҡуйырға бүтән урын табыуы пүстәк! – тип екерә.
...Сәүҡәр пакетты асып, «уйынсыҡ­тарҙы» берәмләп ҡараны ла:
– Алтынға бик оҡшағандар шул, – тигән һығымта яһаны.
Ә дуҫтар бергә йыйылғас, ҡуйынынан тоҡсайҙы сығарып, «уйынсыҡтарҙы» күрһәтте:
– Ҡалаға барып һатам да һеҙҙе алҡынғанса һыйлайым! – тип маҡтанды.
Үртәш исемлеһе мыҫҡыллы көлдө:
– Төрмә тигәне һине күптән көтәлер. Полиция һине тиҙ үк ҡулға аласаҡ: «Ҡайҙан урланың?» тип, йәнеңде тетәсәк. Эскесе икәнең йөҙөңә сыҡҡан, кейемең ҡарағыһыҙ туҙған.
– Ҡалала ломбард тигән кредит ойош­ма бар. Нәмәләрҙе тикшерткән өсөн байтаҡ аҡса алып ҡалалар. Паспортың яныңда булырға тейеш. Ҡарауылсы полицейский аңдып йөрөй. Ә мин, ярлы булһам да, алтыным булмаһа ла, һис ҡайғырмайым – ситлеккә бикләнергә теләмәйем. Ә бай бетсәгә төкөрәм! Тфү! – Тәҡи ситкә төкөрҙө.
– Тәҡи, йүнле кәңәш бирмәнең тәки. – Сәүҡәрҙең асыуы килде, – өҫтәлгә йоҙроҡ менән һуҡты. – Иртәгә юлға сығам. Юллыҡ аҡса йыйығыҙ!
– Аҡса, һин ҡайҙа? – Үртәш ғәҙәтенсә йәмһеҙ итеп хихылданы.
–Үртәмә мине, Үртәш! Беҙ һый­ланғанда телеңде ялап ултырырһың әле! – Сәүҡәр урынынан ҡалҡынды.
Дуҫтар иртә ҡуҙғалды.
...«Ғәшүрә менән Мәнжүрәгә күлдәк алырмын, бисәкәйем юллыҡ аҡса бирһен генә», – тип уйланы Сәүҡәр.
– Иртәгә ҡалаға юлланам. Ғәшүрә, юллыҡ аҡса бир, – тип үтенде.
– Бәй, ғүмерҙә булмағанды... Ҡалаға нимәгә бараһың? – Ғәшүрә сикһеҙ ғәжәпләнде.
– Ни... Ошо йәшкә еткәнсе спектакль ҡарағаным юҡ... – Сәүҡәр оҫта алдаш­ҡанына үҙе лә аптыраны.
– Туҙған кейем, эскесе икәнеңде күрһәткән йөҙөң менән культуралы кешеләр араһына сығырға уйланыңмы? Алдашма, дөрөҫөн һөйлә. Ҡалаға ниңә бараһың? Берәй бисәгә, үҙең кеүек эскесегә булһа ла өйләнһәң, бөтәбеҙ ҙә һәләк бәхетле булыр инек. – Ғәшүрә иҫке сумаҙанға Сәүҡәрҙең әйберҙәрен һала башланы.

«Сығып китһәм, аҙаҡ мине өйгә керетмәҫ», – тип ҡурҡты Сәүҡәр һәм үҙе лә һиҙмәй ҡалды: – Ҡатын, таптым алтын! – тип бышылданы.
Бышылдауҙы асыҡ ишетте Ғәшүрә. Йөҙө яҡтырып китте:
– Тиҙ күрһәт!
Ауыҙҙан сыҡҡан һүҙҙе кире йыйып булмай шул.
– Күрһәт! – Ғәшүрәнең тауышы баҙыҡланды.
Ни ҡылһын Сәүҡәр: иҫке куртка­һының кеҫәһенән әлеге тоҡсайҙы сығарҙы. Ғәшүрә пакетты иренең ҡулынан тартып алды ла илап ебәрҙе:
– Аллаҡайым, һиңә мең-мең рәхмәт! Хәләл аҡса йыйып, ҡыҙыма инселәгән алтын бит былар! Баламды юғары уҡыу йортонда уҡытырға кәрәк, тип, ике урында ал-ял белмәй эшләнем, яйлап алтындар алдым. Аҡсаның ҡиммәте үҙгәреп тора, алтындың баһаһы үҙгәрмәй. Юғалтҡайным.
– Алдама! – Сәүҡәр йән көсөнә ажғырҙы.
– Ышанмаһаң, былай итәйек. Мә, пакетты тот. Мин алтын әйберҙәрҙе һанайым, һин уларҙы өҫтәлгә теҙеп һал. – Ғәшүрә ҡыҙын саҡырҙы. – Кил, балам, хәләл биҙәүестәребеҙ үҙебеҙгә яҙған. Хаҡ Тәғәлә белә.
Ни эшләһен ирекәй, пакетты асып, ҡатынының фарманын көттө.
– Зөбәржәт ҡашлы балдаҡты сығар!
Сәүҡәр балдаҡты өҫтәлгә һалды.
– Аҡыҡ ҡашлы беләҙек! Ике алтын сылбыр!
Беләҙек, сылбырҙар сыҡты.
– Брошка!
Уныһы ла теүәл.
Ғәшүрә өҫтәлдәге биҙәүестәрҙе йәһәт кенә йыйып алды:
– Ҡабатлап әйтәм. Ике урында ҡара тир менән тапҡан хәләл аҡсама Мәнжүрәгә булыр, тип алтын әйберҙәр алырға тырыштым. Ә һин үҙемдең алҡамды урланың. Аҡсаны ла, алтынды ла өйҙә йәшереп булмай ине. Хәрбиҙәр махсус өйрәткән эттән дә яҡшыраҡ эҙләнәһең, табаһың. Аптырағас, яҡын әхирәтемә һаҡларға бирҙем. Ышаныслы ул, ғәҙел, ярҙамсыл. Нисәлер йыл әхирәтемдең һандыҡ төбөндә ятты. Ә яңыраҡ уның ире лә эт кеүек йәшергән нәмәне табып, һинең һымаҡ һатып эсә башлаған. Ҡасандыр һис эсмәгән башҡорттоң башын бөтөрә бит араҡы йылан.
Әхирәтем саҡырып алды: «Бәләнән ҡотҡар, һаҡларға бүтән әмәлен тап», – тине лә, төйөнсөктө тотторҙо. Башым әйләнеп китте: нисек һаҡларға? Аҙыҡ-түлек менән тулы сумкаға ҡиммәтле пакетты нисек һалғанымды ла иҫләмәйем. Етмәһә, әхирәтемдең иҫерек ире бүлмәгә килеп инде. Тиҙ генә тайҙым. Ҡаушауым шул ҡәҙәре көслө ине: сумкам бер нисә мәртәбә ҡулымдан төштө. Пакеттың юғалыуын өйгә ҡайтҡас ҡына белдем. Шунда уҡ килгән юлым буйлап йүгерҙем дә бит, юҡ инде тоҡсайым. Һинең ҡулыңа эләккән. Эсһәң дә, эшләмәһәң дә, урлашһаң да, мутлашһаң да, баламдың атаһы тип түҙгәйнем. Түҙемлегем бөттө. Хәҙер сығып кит! Бер ҡасан да күҙемә күренмә! – Ғәшүрә әлеге сумаҙанды Сәүҡәрҙең ҡулына тотторҙо ла арҡаһынан этеп-төртөп сығарып ебәрҙе.
Мәнжүрә ишектең элгесен элде.

Фото; youla.ru

Автор:Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА
Читайте нас: